Әбйәлил районында «Банктарҙың мәғлүмәт хәүефһеҙлеге» тип аталған  һигеҙенсе Урал форумы башланды 17.02.2016

Көн тәртибенә финанс өлкәһендә кибер енәйәттәрҙе сикләү, инновация банк технологияларының һәм финанс ойошмаларының мәғлүмәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләләре индерелгән.

Урал форумы - финанс мәғлүмәт хәүефһеҙлеге өлкәһендә йылдың төп ваҡиғаһы. Сараға финанс ойошмалары, күҙәтеү һәм көйләү органдарының 350-нән ашыу вәкиле, эске контроль хеҙмәте белгестәре, мәғлүмәт хәүефһеҙлеге, финанс өлкәһендә мәғлүмәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса продукттар, хеҙмәттәр тәҡдим итеүсе Рәсәй һәм сит ил компаниялары аудиторҙары йыйылды. Форумды Рәсәй банкы ярҙамында Рәсәй банктары ассоциацияһы ойоштора. Уның барышында - хәүефһеҙлек хеҙмәте етәкселәре Рәсәй банкы,   Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте, Техник һәм экспорт контроле буйынса федераль хеҙмәт, Эске эштәр министрлығы һәм Роскомнадзор вәкилдәре менән аралаша. Улар талаптар, контроль-күҙәтеү эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре, ҡануниәт яңылыҡтары хаҡында мәғлүмәт бирә.
Әбйәлилгә сәфәре барышында Рөстәм Мәрҙәнов төбәктең бер нисә объекттары менән дә яҡындан танышты.  Ул  мәҙәниәт йорто, "Ирәндек" лагеры, балалар баҡсаһы,  һыу ҡойоу һәм  тегеү цехтарын ҡараны. Һуңғыһын урындағы эшҡыуар Линара Заһитова Дәүләт ауылында асҡан. Иҡтисади көрсөк шарттарында предприятиеның эшләп тороуы, уның күптәрҙе эш менән тәьмин итеүе отошло, тине Рөстәм Мәрҙәнов.  Йүнсел шулай уҡ күптән түгел Баймаҡ районында ла ошондай уҡ цех асҡан. Улар теккән балалар һәм  махсус кейемдәр  ҙур ихтыяж менән файҙалана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика