БРИКС ойошмаһына ингән илдәр профсоюздарының дүртенсе форумы башланды

БРИКС ойошмаһына ингән илдәр профсоюздарының дүртенсе форумы башланды 09.07.2015

Унда һөнәри берлектәрҙең декларацияһы ҡабул ителәсәк.

Белгестәр әйтеүенсә, халыҡ-ара кимәлдә профсоюз ойошмалары булдырыу БРИКС илдәре үҫешенә тос өлөш индерәсәк. Сөнки һәр иҡтисадтың нигеҙе-хеҙмәт кешеһе. Профсоюздар ер шарында йәшәгән халыҡтың яртыһы ингән БРИКС илдәрендә мәшғүллек, хеҙмәт  хаҡын арттырыу, лайыҡлы  эш ураныдары булдырыу мәсьәләләрен барлай.
БРИКС илдәренең профсоюз лидерҙары Владимир Путин менән дә осрашты унда ла һүҙ социаль өлкәлә хеҙмәттәшлек, мәшүллек мәсьәләләре ҡаралды. Самиттарға Рәсәй рәйеслек иткән осорҙа был мәсьәләгә айырыуса ҙур иғтибар биреп ҡалырға тырыштыҡ , тине ил башлығы. Ойошмаға ингән илдәрҙә эшһеҙлек мәсьәләһе башҡа дәүләттәргә ҡарағанда яҡшыраҡ хәл ителә. Рәсми теркәлмәй эшләүселәр , эш хаҡын конверттарҙа алыусылар  һанын кәметеүгә ирешелгән.
БРИКС илдәре профсоюздарын берләштереү, уртаҡ проблемаларҙы бергә хәл итеү мәсьәләләре һөнәри берләшмәләр ҡабул иткән деларацияла асыҡ күрһәтелә. Просоюз лидерҙәры фекеренсә, социаль һәм хеҙмәт мөнәсәбәттәре һорауҙары самииттарҙың эшлекле форумдары менән бер кимәлдә ҡаралаорға тейеш. Документ ошо ниәттәрҙе киләһе БРИКС -тың киләһе йыйындарына сығарыуҙы маҡсат итеп ҡуя.
Михаил Шмаков, Рәсәйҙең бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы рәйесе: «БРИКС илдәренең социаль үҫеше лә иҡтисади мәсьәләләр менән берҙәй тигеҙ ҡараларға тейеш. Мәшғүллек, ярлылыҡты кәметеү, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы тураһындағы һорауҙар  самиттарҙың көн тәртибенә индерелергә һәм тейешле документтар ҡабул ителергә тейеш, тип уйлайбыҙ»
Мигель Торрес, Бразилияның профсоюздар ойошмаһы президенты: «Социаль мәсьәләләрҙе хәл итмәй тороп иҡтисади үҫеш тураһында һөйләү дөрөҫ түгел. Был проблема БРИКС илдәре лидерҙары кимәлендә ҡаралырға тейеш. Ҡыҙғанысҡа был һорауҙар әле профсоюздар ғына күтәрә».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика