Биш йыл эсендә артта ҡалғандар рәтенән  тәүге егерме төбәк исемлегенә 04.07.2016

Башҡортостан инвестициялар йәлеп итеү буйынса рейтингта ҡырҡынсы урындан егерменсегә күтәрелде. Был күрһәткес төбәк үҫешендә шаҡтай ҙур аҙым, тип баһалай белгестәр.

Республикала инвестиция климатын яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советы ултырышында сығыш яһап, рейтинг баҫҡысында юғарыға үрмәләү киләсәккә ҙур мөмкинлектәр аса, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. Һуңғы йылдарҙа ғына төбәктә инвесторҙар йәлеп итеү өсөн шаҡтай ҙур эш башҡарылды. Административ кәртәләр кәметелде, һалым, ҡануниәт өлкәһе лә күпкә камиллаштырылды.
Шулай ҙа республиканың мөмкинлектәре күпкә юғары. Рейтингта егерменсе урын менән ҡәнәғәтләнеү беҙҙең өсөн түгел, тине Рөстәм Хәмитов. Инвесторға йәлеп итеү, эшҡыуарлыҡты үҫтереү йәһәтенән район, ҡалалар кимәлендә лә етди эш алып барырға кәрәк. Юғиһә, йүнселлек менән шөғөлләнергә теләүселәр күп, ләкин ҡануниәт, бюрокрактия кәртәләре үҙ эшен башларға теләүселәрҙе ҡурҡыта. Рөстәм Хәмитов инвестициялар йәлеп итеү рейтингын муниципаль райондар араһында ла ойошторорға тәҡдим итте. Был күрһәткестәргә ҡарап район һәм ҡала башлыҡтарының эшмәкәрлеге лә баһаланасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика