Бер йыл эсендә 200-ҙән ашыу енәйәт эше, 70-кә яҡын коррупция осрағы 11.11.2014

Урман хужалығы  закон боҙоуҙар иң күп теркәлгән тармаҡтарҙың береһе тип иҫәпләнә.  

Был турала бөгөн Рәсәйҙең Федераль именлек хеҙмәте етәксеһе Николай Патрушев ведомствоның Өфөлә үткән күсмә ултырышында белдерҙе. Николай Патрушев әйтеүенсә, Рәсәйҙә урман ресурстары һөҙөмтәһеҙ ҡулланыла,  урман сәнәғәте комплексының эшмәкәрлеге ағас әҙерләүгә генә ҡайтып ҡала,  тәрән эшкәртеү яйға һалынмаған.  Тейешле кимәлдә контроль булмау сәбәпле, тармаҡта  даими закон боҙоуҙарға юл ҡуйыла. Волга буйы федераль округында ҡайһы бер төбәк етәкселәре урманды һөҙөмтәле файҙаланыуға яуапһыҙ ҡарай. Пенза, Ырымбур, Түбәнге Новгород өлкәләрендә, Удмурт республикаһында йәшел ҡалҡанды һаҡлау күрһәткестәре түбән, милли байлыҡ булған урмандарҙы тәләфләүгә юл ҡуйырға ярамай, тине Федераль именлек хеҙмәте етәксеһе.
Былтыр  урман хужалығы тармағындағы  етешһеҙлектәр ныҡлы күҙәтеүгә алынғандан һуң  Волга буйы федераль округында закон боҙоусыларға ҡаршы ныҡлы көрәш башланған. Быйыл ғына  200-ҙән ашыу енәйәт эше ҡуҙғатылған, был алдағы йыл менән сағыштырғанда,  2, 6 тапҡырға күберәк.  Башҡортостан Президенты  әйтеүенсә, тармаҡта таҙартыу эштәре диләнкәләрҙән башлап  етәкселәр кабинетына тиклем бара.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика