Бер һорау ҙа, мөрәжәғәт тә яуапһыҙ йәки иғтибарһыҙ ҡалмай

Бер һорау ҙа, мөрәжәғәт тә яуапһыҙ йәки иғтибарһыҙ ҡалмай 19.01.2017

Өфө депуттарының береһе, яҙылған хаттарҙы уҡыу менән генә сикләнмәй, урынға сығыуҙы хуп күрә. Депутат граждандар менән бындай форматтағы аралашыу һорауҙарҙы тиҙ һәм ваҡытында хәл итергә булышлыҡ итә, тигән фекерҙә.

Римма Ғәббәс ҡыҙы өй эргәһендәге төҙөлөш өсөн борсола. Ул үҙе йәшәгән йорттоң стеналары сатнауын эргәлә барған туҡтауһыҙ төҙөлөш эштәренә бәйләй. Ханым  йортта йәшәүселәр исеменән ҡала советы депутаты Артур Хажиғәлиевҡа хат яҙа. Бөгөн улар төҙөлөш урынында булды.
Артур Хажиғәлиевтың бөгөн йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе асылды.
Яҡын тирәләге йорттарҙан ғына торлаҡ-коммуналь хужалығы мәсьәләләре, урамдарҙы тәртиптә тотоу, төҙөлөш һәм башҡа һорауҙар һәм тәҡдимдәр менән тиҫтәләп кеше мөрәжәғәт итте.
Артур Хажиғәлиев, Өфө ҡалаһы ҡала округы советы депутаты: «Граждандар менән бындай форматта аралашыу күпкә һөҙөмтәлерәк. Мәсьәләне үҙ күҙең менән күреү, уны хәл итеү юлдарын тиҙәйтә».
Был районда йәшәүселәр үҙҙәрен борсоған мәсьәләрҙең хәл ителеү мөмкинлеге тыуыуына шат. Күптәр осрашыуға исемлек тә төҙөй башлаған.
Депутаттың һәр бер мөрәжәғәт буйынса урынға сыға алмауы, аңлашыла. Әммә ул граждандарҙы тыңлап, һорауҙарҙы яуапһыҙ ҡалдырмай, хәл итергә тырышасаҡмын, тип белдерә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика