Берҙәм тауыш биреү көнөнә Башҡортостанда барлығы 6 миллиондан ашыу бюллетень бланкы баҫтырыласаҡ 05.09.2016

Был ҙур заказды үтәү «Белая река» типографияһына йөкмәтелгән. Әлегә предприятие хеҙмәткәрҙәре алдында 13 сентябргә тиклем  был эште атҡарыу бурысы ҡуйылған, артабан бюллетендәргә маркалар ҡуйыласаҡ. Шулай уҡ буласаҡ һайлау участкаларында ла дежурлыҡ ойошторола башлаған. Халыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында урындарҙа белгестәр тарафынан янғын һағы системаһы тикшерелә.

Был ҡорамал сәғәтенә 15 меңгә яҡын бланк баҫыу ҡеүәтенә эйә. Ә яҡынлашып килгән Берҙәм тауыш биреү көнөнә федераль һәм бер мандатлы округтар буйынса 3-әр миллиондан ашыу дана бюллетень талап ителә. Уларҙың тексы өс телдә булырға тейеш. 83 проценты - русса, ҡалғаны - башҡорт һәм татар телдәрендә. Типография етәкселеге әйтеүенсә, ике аҙна элек башланған тынғыһыҙ эшмәкәрлек дүрт көндән тамамланырға тейеш.
Һайлау алдынан цех хеҙмәткәрҙәре лә өс сменаға бүленеп, көсөргәнешле режимда эшләй. Бында ял көндәрендә лә бюллетень бланктары баҫтырыла. Әйткәндәй, предприятие алдан уҡ 140 тонна сифатлы ҡағыҙға заказ яһаған була. Әлегә дөйөм эш күләменең 80 проценты башҡарылған да инде.
Шул иҫәптән типографияла һайлау участкалары өсөн протокол һәм башҡа документация ла әҙерләнә. Төп бюллетендәр иһә ике төргә бүленә. Сәйәси партиялар һәм бер мандатлы округтар бланктары башлыса биҙәлеше менән айырыла.
Марина Долматова, Башҡортостандың үҙәк һайлау комиссияһы секретары:  «Федераль округ буйынса бюллетень аҡ төҫтә булһа, бер мандатлы округ бюллетендәренең алғы яғы асыҡ йәшел төҫтәге тангир селтәр менән ҡапланған. Тиҙҙән уларға махсус марка беркетеү ҡаралған, шулай уҡ бында һайлау участкаһы комиссияһы мисәте менән ҡултамғалар ҡуйыласаҡ».
Бюллетендәрҙе комплекслы эшкәртеү ҡоролмаһын да алдармын тимә. Дөрөҫ ҡуйылмаған мисәт булһынмы, йә бер юлы ике бланк үткәрергә тырышыумы - барыһы ла бушҡа ғына. Электрон механизм дөрөҫ ҡулланыусыларға, хатта, «рәхмәт» һүҙен дә еткерә белә был аппарат.
Әйткәндәй, ул Башҡортостандың 181 һайлау участкаһында эшләйәсәк.  Буласаҡ һайлау участкаларының да әленән үк әҙерлек кимәле тикшерелә. Әйтәйек, баш ҡаланың 2-се ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында «Ҡыҙыл әтәс» уйнауы ла  - янғын һүндереүселәрҙең сираттағы күнекмәһе булып сыҡты. Хәүефһеҙлек сараһы маҡсатлы рәүештә уҙғарылды - Берҙәм тауыш биреү көнөндә бина 308-се һайлау участкаһына әйләнәсәк. Мәжбүри эвакуация минут ярым эсендә башҡарылды.
Капиталь ремонт барышы ла янғын һүндереүселәрҙең күнекмәһенә ҡамасауламаны.  Ҡотҡарыусылар ғәҙәттән тыш хәл булған осраҡта күрелергә тейешле сараларҙы теүәл башҡарҙы. Артабан улар барыһын да ут сыҡҡанда үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре менән таныштырҙы.
Әйткәндәй, бындай профилактик осрашыуҙар һәр һайлау участкаһында үткәреләсәк, белгестәр уның сиктәрендә янғын һағы системаһы торошон да тикшерә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика