«Берҙәм Рәсәй» партияһы 2017 йылдан пенсия һәм социаль түләүҙәрҙе инфляция күләмендә индексациялауҙы кире ҡайтарыуҙы тәҡдим итә 03.09.2016

Был шулай уҡ «Әсәлек капиталы» программаһына ла ҡағыла. Әле ҡабул ителгәненсә, ул 2017 йыл аҙағында тамамлана. «Берҙәм Рәсәй»ҙәрҙең әлеге тәҡдимдәре Салауатта үткән партия яҡлылар форумында яңғыраны.

Салауат ҡалаһында 700-гә яҡын «Берҙәм Рәсәй» партияһы яҡлылар йыйылды. Төбәк советтар ағзалары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, кандидаттар фирҡә алдында торған бурыстарҙы, уларҙы тормошҡа ашырыу юлдарын өйрәнде. Эш тематика буйынса бүленгән секцияларҙа барҙы. Уртаҡ идея менән берләшкән партия вәкилдәре программаны ентекле тикшереүгә, уға урынлы төҙәтмәләр индереүгә өлгәште.
Программала төп баҫым халыҡ менән власть араһындағы кәртәләрҙе бөтөрөүгә, иҡтисад, ауыл хужалығын үҫтереүгә яһалған. Тормош сифаты яҡшырыуы, социаль мәсьәләләрҙең хәл ителеүе төп маҡсат тип билдәләнгән. Һуңғы йылдарҙа был тәңгәлдә һиҙелерлек алға китеш бар. Мәҫәлән, 2010 йылда балалар баҡсаһына сират 60 мең бала тәшкил итһә, әле 3-тән 7 йәшкә тиклемге балалар араһында сират бөткән тиергә була.
Зариф Байғусҡаров, Дәүләт Думаһы депутатына кандидат: «Мәктәптәр, социаль объекттар төҙөлә. Башҡа бер ниндәй партия ла бындай һөҙөмтәләргә ирешә алманы».
Шул уҡ ваҡытта бындай күрһәткестәр Һайлау алдынан маҡтаныу ғына булып ҡалмаҫҡа тейеш. Сәйәси кампания һөҙөмтәләре ниндәй генә булыуына ҡарамаҫтан, кандидаттар, сәйәси кампания тамамланғас та халыҡ тураһында оноторға тейеш түгел, тип белдерҙе сығышында «Берҙәм Рәсәй» партияһының юғары советы ағзаһы Рөстәм Хәмитов. Вәғәҙәләр менән дә артыҡ мауығырға кәрәкмәй.
Рөстәм Хәмитов, Башҡортостан республикаһы башлығы: «В некоторых программах наших оппозиционно настроенных партий порой здравый смысл просто напросто отсутствует. Даются неисполнимые обещания. Популизм чистейшей воды. Не поясняя, как собственно говоря, будут проводить те или иные реформы, откуда возьмут ресурсы. Нам каждая десятая процента роста дается колоссальным трудом. А здесь мы слышим заявления о том, что придем к власти и построим тут безоблачное будущее. Ерунда! Мы понимаем нашу силу, мы понимаем кто мы. Мы понимаем, что отвечаем за благополучие немаленького региона - четырехмиллионной республики».
«Берҙәм Рәсәй»ҙәрҙең союздаштары ла арта. Форумда партия менән 100-ҙән ашыу йәмәғәт ойошмаһы хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Уртаҡ проекттар Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе, Рәсәй студенттары отряды, Йәш ғалимдар берлеге һәм башҡалар менән тормошҡа ашырыласаҡ. Шулай итеп «Берҙәм Рәсәй» партияһы халыҡтың тормош шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән эште тағы төрлөләндереп, киңәйтергә иҫәп тота. Яңы программа һөҙөмтәләре һайлауҙан һуң күренә башлаясаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика