Берҙәм дәүләт имтиханы камиллаштырыуҙы талап итә 16.04.2015

Был турала ил Президенты Владимир Путин бөгөн халыҡ менән ойошторолған тура бәйләнештә белдерҙе. Әңгәмә барышында Санкт-Петербург мәктәптәренең береһендә уҡыусылар дәүләт башлығынан БДИ-ны бөтөрөүҙе  һораны.      

Тура элемтәне Рәсәй Президенты илдәге иҡтиcади хәл менән таныштырыуҙан башланы.  Инфляцияға бәйле рәүештә, ил халҡының килеме 1 процентҡа кәмеп, уртаса хеҙмәт хаҡы 1,3 процентҡа артҡан, - тине Президент. Хәҙер һумдың ҡиммәте нығый бара, фонд баҙары үҫеш кисерә.  Тулайым төбәк продукты күләме бер аҙ үҫкән, сәнәғәт, эшкәртеү сәнәғәте, нефть сығарыу күләме артҡан. Ауыл хужалығы тармағының алға барыуы һөйөндөрә. Тармаҡтағы үҫеш йылдың беренсе кварталында айырыуса асыҡ күренде, тине Владимир Путин.  
Рәсәй президентынан санкциялар тураһында ла һораштылар. Владимир Путин ышаныслы рәүештә илдәге иҡтисади хәлде яйға һалыу өсөн ике йыллап ваҡыт кәрәк тип белдерҙе. Санкция тураһындағы һорау- сәйәси характерҙа, - тине ил башлығы.  Улар үҙ көсөндә ҡала бирә. Шуға ла илдәге иҡтисади хәл менән идара итеүҙең камил ысулдарын ҡуллана башларға кәрәк, тине ул.  Бынан тыш, Владимир Путин Рәсәйҙә пенсия йәше ҡапыл ғына  арттырылмаясағын, берҙәм дәүләт имтиханы камиллаштырыуҙы талап итә тип белдерҙе. Йәмғеһе Дәүләт башлығы адресына 3 миллиондан ашыу һорау килгән. Владимир Путин  3 сәғәт 57 минут эсендә шуларҙың 74-ә  яуап биреп өлгөрҙө.  Был Рәсәй Президенты менән тура линия тарихында абсолют рекордлы һан.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика