Беларус Республикаһында Рәсәй журналистары өсөн матбуғат конференцияһы  үтте 19.11.2016

Александр Лукашенко менән осрашыуҙа һүҙ ике дәүләт араһындағы тауар әйләнешен, дуҫлыҡ бәйләнештәрен нығытыу тураһында барҙы. Рәсәй журналистары өсөн ойошторолған пресс-турҙа Беларус республикаһы ҡалалары буйлап сәйәхәт,  етештереү предприятиелары, социаль объекттар менән танышыу ойошторолдо.

Беларус Республикаһын ауыл халҡы күберәк трактор-картуфы, ә ҡала кешеләре лифттары буйынса белә. Әммә бөгөн союздаш республика ауыл хужалығы буйынса ғына түгел, социаль өлкәлә лә ныҡлы үҫеш алған.  Беларус аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген үҙе тулыһынса тәьмин итә.  Һөт, ит  эшкәртеү менән бер рәттән, хәҙер йәшелсәселек, емеш-еләк үҫтереү яйға һалынған. Хатта, ҡарбуз-ҡауын да ултырта башлағандар. Социаль өлкәгә килгәндә һуңғы йылдарҙа  күпләп яңы белем усаҡтары, спорт объекттар асыла. Мәҫәлән, Могилев ҡалаһындағы 45-се урта мәктәптә  2 меңдән ашыу бала уҡый, быйыл беренсегә  генә 11 синыф килгән. Башланғыс синыфтар өсөн 9 йоҡо бүлмәһе бар. .
Беҙҙәге һымаҡ берҙәм мәктәп фомаһы юҡ, уҡыусылар төрлө кейемдә йөрөй. Әммә эшлекле стилде һаҡлау бурысы ҡуйылған. Тағы ла бер айырма  беҙҙә мәктәптәр өсөн төрлө программалар тәҡдим ителһә һәм һайлап алыу мөмкинлеге булһа, Беларустарҙа бар мәғариф учреждениелары өсөн бер  уҡыу линейкаһы. Китаптарҙың йөкмәткеһе Советтар союзындағына тартым.
Һәр бер  уҡыу әсбабы биш йылға тәғәйенләнгән, китаптарҙың артында уны кем тотонғаны һәм торошо хаҡында мәғлүмәт яҙылған. Педагогтар фекеренсә, был уҡыусыларҙа яуаплылыҡ тойғоһо уята.
Һәр бер класта ике таҡта, берәүһе алда, икенсеһы ҡырҙағы стенала тора. Уҡытыусылар әйтеүенсә, күҙ алдында оҙағыраҡ һаҡланған мәғлүмәтте бала хәтерендә лә яҡшыраҡ ҡалдыра.
Уҡыусылар Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырмай, уның урынына үҙәкләштерелгән һынау. Мәктәп имтихандарынан тыш. Киләсәктә,  профилле мәктәптәрҙе арттырыу һәм  тестар урынына инша, телдән яуап биреүҙе индереү ҡаралған. Белем усаҡтарында уҡытыу русса ла, белорусса ла алып барыла. Төбәктә барыһы ла туған телен белә. Беларус  президенты Александр Лукашенко менән осрашыуҙа беҙҙә республикала милләт-ара татыулыҡты, туған телде һаҡлау буйынса башҡарылған эштәр хаҡында һораштыҡ.
Матбуғат конференцияһы 6 сәғәткә яҡын барҙы.Сәйәсәт хаҡында ла, сәнәғәт тураһында ла һорауҙар яңғыраны.   Беларус республикаһында әле ҡытайҙар менән бергә еңел автомобилдәр йыйыу буйынса эш алып барыла. Киләсәктә Йыһанды гиҙеү теләге лә бар. Беҙ Рәсәйҙең һәр төбәге менән хеҙмәттәшлек итергә риза, теләк кенә булһын, тине Александр Лукашенко. Башҡортостан менән Беларусты күптәнге хеҙмәттәшлек бәйләй, беҙҙән был дәүләткә  нефть продукттары, синтетик каучук, металлургия продукцияһы оҙатыла. Ә көнсығыш европа дәүләтенән беҙгә сәнәғәт һәм эшкрәтеү предприятиелары өсөн кәрәк-яраҡ сығарыла. Киләсәктә, бәйлнештәрҙе тағы киңәйтеү ҡарала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика