Баймаҡ ҡалаһы һәм районында ла өлкән быуын вәкилдәре һәм тәүгә гражданлыҡ бурысын үтәүселәр һайлауҙа юғары әүҙемлек күрһәтә 18.09.2016

Баймаҡ районында һайлау дауам итә. Әле беҙ ҡаланың 4-се лицей мәктәбендә урынлашҡан 997-се һайлау участкаһында эшләйбеҙ. Төшкә ҡарай, әлбиттә, һайлаусылар йәнләнде. Бында 1500 ашыу кеше теркәлгән, уларҙың 27-е мөһим кампанияла тәүге тапҡыр ҡатнашыусылар, ә иң ололары 95 һәм 96 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары.

Көндөң беренсе яртыһына һайлаусыларҙың яҡынса 50 процентты үҙ тауыштарын биреп өлгөрҙө. Һайлау комиссияһы билдәләүенсә, үткән йылдарға ҡарағанда, был юлы халыҡтың әүҙемлеге һиҙелә. Һауа торошона ҡарамаҫтан, һәр кем гражданлыҡ бурысын үтәргә ашыға. Хәҙер һүҙҙе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Йыһанур Маннаповҡа бирәбеҙ. Ул оло булыуына ҡарамаҫтан, һайлауға килгән.
Билдәле булыуынса, һайлау киске сәғәт 8-гә тиклем дауам итә. Иртәнге сәғәттәрҙә, башлыса оло йәштәгеләр тауыш бирһә, төштән һуң йәштәрҙең күпләп килеүе күҙәтелә. Шулай уҡ, өйҙә тауыш биреүҙәр ойошҡанлы бара. Һайлау комиссияһы ағзалары 100 кешенең өйөндә эшләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика