«Башнефть» йәмғиәтенең Башҡортостан ҡарамағындағы 25 процентлыҡ акциялар пакеты, предприятиеның яңы хужалары республика мәнфәғәттәре менән иҫәпләшмәгән осраҡта баҫым яһау механизмы булараҡ ҡулланылыуы ихтимал 26.05.2016

Был турала Башҡортостан башлығы «Интерфакс» агентлығына биргән интервьюһында белдерҙе.

Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, «Башнефть» яҡшы эшләй, республика бюджетына бер нисә миллиард һум дивиденд килә. Бынан тыш, компания ҙур хәйриә эшмәкәрлеге алып бара, спорт үҫешенә тос өлөш индерә, хөкүмәт менән компания етәкселеге араһында тығыҙ эшлекле бәйләнештәр урынлашҡан. Әммә әлеге мәлдә предприятиеның федераль мөлкәткә ҡараған 50 процентлыҡ акциялар пакеты һатыуға сығарыла, был күренеш мәсьәләгә яңы ҡараш талап итеүе ихтимал
ЦИТАТА:
"50 процентлыҡ акциялар һатылып, яңы хужаларҙың  дивидендтар түләүгә, хәйриә эшмәкәрлегенә ҡарашы кире яҡҡа үҙгәргән осраҡта, беҙгә лә был өлкәләге сәйәсәткә төҙәтмәләр индерергә тура киләсәк. Хәлде даими тикшереп торабыҙ, үҙгәрештәр тураһында тулы мәғлүмәтебеҙ бар. Ҡарашыбыҙҙы  федераль министрлыҡтар һәм Хөкүмәт алдында яҡларға әҙербеҙ. Шуға ла был тәңгәлдә республика, уның халҡы мәнфәғәтенән сығып ҡарар ҡабул итәсәкбеҙ".

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика