Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫеш башланғыстары проекты Рәсәйҙә иң яҡшыһы тип табылды

Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫеш башланғыстары проекты Рәсәйҙә иң яҡшыһы тип табылды 01.10.2016

Бүләкләү тантанаһы Сочи ҡалаһында үткән халыҡ-ара инвестиция форумы барышында үтте. Яңы проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу стратегия башланғыстары агентлығы конкурста ҡатнашыу өсөн 68 төбәктән 302 ғариза ҡабул итте. Башҡортостан ғәҙәттән тыш хәлдәр комитетының проекты «Йәшәү өсөн уңайлы шарттар булдырыу» номинацияһында баһаланды.

Проект аҙ тәьмин ителгән һәм хәүефле социаль төркөмгә ҡараған ғаиләләр йәшәүсе йорттарҙы янғын иҫкәртеү ҡоролмалары менән йыһазландырыуҙы күҙ уңында тота. Янғын хәүефһеҙлеге мәсьәләһе киҫкенләшкән осорҙа  барлыҡҡа килгән проект ҡыҫҡа ваҡыт эсендә уны уңышлы хәл итергә мөмкинлек бирҙе. Бүләкләү тантанаһында  Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Козак сығыш яһаны. Башҡортостан тәжрибәһен ул тотош Рәсәй кимәлендә үҙләштереү кәрәклеген билдәләне.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика