Башҡортостандың рәсми делегацияһының Ҡытайҙағы сәфәре барышында туғыҙ килешеүгә ҡул ҡуйылды

Башҡортостандың рәсми делегацияһының Ҡытайҙағы сәфәре барышында туғыҙ килешеүгә ҡул ҡуйылды 16.06.2017

Волга буйы федераль округы менән Янцзы йылғаһының урта һәм юғары ағымы төбәктәренең хеҙмәттәшлек советы ултырышы сиктәрендәге Башҡортостандың рәсми делегацияһының Ҡытайҙағы сәфәре барышында туғыҙ килешеүгә ҡул ҡуйылды

Бөгөн форумдың һуңғы көнө. Башҡортостан делегацияһы етәксеһе, Республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов советтың «Волга-Янцзы» форматында үткән ултырышында ҡатнашты. Кәңәшмә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич менән Ҡытай дәүләт советы ағзаһы Ян Цзечи рәйеслегендә үтте. Артабан Рәсәй һәм Ҡытай төбәктәре  хөкүмәттәре, ведомство һәм предприятиелар араһындағы килешеүҙәр пакеттарына ҡул ҡуйылды.  Рөстәм Мәрҙәнов Башҡортостан менән Ҡытайҙың Аньхой һәм Сычуань  провинциялары араһындағы хөкүмәт-ара күләмле килешеүҙәргә ҡул ҡуйҙы. Цзянси провинцияһы, Ҡытай үҫеш банкы һәм Башҡортостан араһындағы мөнәсәбәттәрҙе көйләүсе өс яҡлы килешеү ҙә ҡултамғалар менән нығытылды. Был документ банктың республика биләмәһендәге инвестиция проекттарын финанслау ниәтен нығыта.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика