Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев республика халҡы менән «тура бәйләнеш»кә сыҡты

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев республика халҡы менән  «тура бәйләнеш»кә сыҡты 04.09.2014

Бер сәғәт дауамында ул  телефон аша һайлаусыларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе.

Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесенең  телефон аша халыҡ менән әңгәмәләшеүе  һуңғы йылдарҙа  матур йолаға әүерелде. 14 сентябрҙә  үтәсәк Берҙәм тауыш биреү көнө алдынан да Хәйҙәр Вәлиев  йәмәғәтселекте ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап ҡайтарҙы. Атап әйткәндә, күптәрҙе исемле участкалар ҡыҙыҡһындыра. Был идея төбәк һайлаусыларына бик оҡшай һәм улар үҙҙәренең күренекле яҡташтарының исемдәрен мәңгеләштерергә тәҡдим итә.  
«Тура бәйләнеш» ваҡытында шифаханаларҙа ял итеүселәрҙең ҡайҙа тауыш биреү мәсьәләһе лә күтәрелде. Хәйҙәр Вәлиев әйтеүенсә, бындай кешеләргә  йәшәгән урындан теркәүҙән төшөрөү таныҡлығы алырға кәрәк. Уның менән төбәктәрҙә ойоштороласаҡ  ваҡытлыса һайлау участкаларында тауыш бирергә мөмкин. Әйткәндәй, танытмалар бөгөндән таратыла башлаған да инде.  Шулай уҡ участкаларҙы  үтә күренмәле йәшниктәр менән йыһазландырыу, һайлау бюллетендәрен комплекслы эшкәртеү сараларын ҡулланыуға  ҡағылышлы һорауҙар ҙа яңғыраны.  
Уҙған аҙнала республиканың өс төбәгендә теркәлгән тәбиғәт ғәрәсәтендә ҡайһы бер  һайлау участкалары ла ҙур зыян күрҙе. Шулай ҙа урындағы власть вәкилдәре ышандырыуынса,  Берҙәм тауыш биреү көнөндә  барлыҡ участкалар ҙа үҙ ишектәрен асасаҡ.  
Илдар Байбулатов

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку