Башҡортостандың илдең һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә ҡулланырлыҡ яңы эш алымдары булдырыласаҡ

Башҡортостандың илдең һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә ҡулланырлыҡ яңы эш алымдары  булдырыласаҡ 28.04.2016

Тәжрибә уңышлы үтһә, уны тотош Рәсәй  күләмендә файҙаланыу ҡарала. Бының өсөн республикала бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Был турала Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич Октябрьский ҡалаһына эш сәфәре барышында белдерҙе.

Бөгөн Михаил Бабич  ҡаланың 1-се дауаханаһын ҡараны.  Перинаталь үҙәге булған бала табыу бүлеге ҡаланан тыш, Шаран, Туймазы, Йәрмәкәй, Баҡалы, Бишбүләк райондарының йәш әсәләренә ярҙам күрһәтә. Дауаханала шулай уҡ ашығыс ярҙам хеҙмәтенә лә баһа бирелде. Медицина ярҙамы күрһәтеүҙең сифатын яҡшыртыу мәсьәләләре район башлыҡтары ҡатнашлығында үткән кәңәшмәлә лә өйрәнелде. Тулы хоҡуҡлы вәкил әйтеүенсә, һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҙур күләмдә аҡса бүленә, ә эш һөҙөмтәһе маҡтанырлыҡ түгел. Халыҡ  медицина ярҙамынан ҡәнәғәт түгел.
Сәфәр барышында сәнәғәт тармағына, импортты алмаштырыуға  ла иғтибар бүленде. «Альтернатива» пластмасс әйберҙәр заводы - Рәсәйҙә, Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе һәм Европа илдәрендә юғары технологиялы эре предприятиеларҙың береһе.  Унда көнкүрештә ҡулланылған бик күп әйберҙәр етештерелә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика