Башҡортостанды 2030  йылға тиклем үҫтереү программаһы 07.06.2016

Проект ауылды үҫтереүгә йүнәлтелгән өс мең төрлө идеяны үҙ эсенә ала.  Уның сиктәрендә  төбәктең иҡтисадын күтәреү, ауыл хужалығын, эшҡыуарлыҡ һәм туризмды әүҙемләштереү проекттары һәм урындағы үҙидараны үҫтереү буйынса эшлекле тәҡдимдәр ҡабул ителде.

Башҡортостан төпкөлдәрендә урынлашҡан ауылдар проблемаһы ҙур  Рәсәйҙәге кеүек бер - эшһеҙлек, юлһыҙлыҡ һәм башҡа социаль мәсьәләләр. Был проблеманан сығыу юлдарын урындағы хакимиәт ярҙамында хәл итергә мөмкин. Хәйбулла районы йәштәре ҙур мегаполистарҙа эшләп ҡарап яңынан тыуған ерҙәрендә төпләнә. Ауылдарҙы юғалтмау өсөн  «Ауыл йәштәре» тигән махсус программа ҡабул итеү мөһим, ти хәйбуллалар.    
Түңәрәк өҫтәлгә йәштәр араһынан  осраҡлы килеп эләгеүселәр юҡ. Борай районы Вострецов ауыл советы биләмәһе депутаты Марат Ахунов ауылдарҙы заманса уңайлыҡтар менән күрергә теләй. Уның ошо маҡсатта башҡарылған  күперҙәр һалыу, шишмәләрҙе төҙөкләндереү кеүек  эштәре маҡтауға лайыҡ. Ауылдар киләсәген йәш депутат  төбәктәрҙә фермерлыҡты үҫтереү менән бәйләй.
Башҡортостандың йәш депутаттары рәйесе урынбаҫары Айнур Шәйхетдинов ауылда эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙәге төп тотҡарлыҡты - һалымдарҙан килгән йыйымдарҙың урындағы бюджетта ҡалдырылмауы менән бәйләй. Мәсьәләне ыңғай хәл иткәндә, ауылдар ҙа төҙөк, күркәм буласаҡ. Инвесторҙар йәлеп итеү һәм яңы предприятиелар асыу өсөн уңайлы шарттар артыр ине. Был республика күләмендә генә башҡарылаһы эш түгел, ә федераль кимәлдә  яңы ҡануни тәҡдимдәр менән  сығыш яһарға кәрәк. Ошондай ысулдар ярҙамында  совет системаһының  ауыл биләмәләре менән эшләү алымдарын бөгөнгө заманға ҡулайлаштырырға ла мөмкин.    

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика