Башҡортостанда  Үзбәк сауҙа йорто эшләй башлаясаҡ 27.04.2015

Яҡын киләсәктә асыласаҡ үҙәктә был ҡояшлы илдә етештерелгән иң яҡшы тауарҙарҙы тәҡдим итеү ҡарала.

Шул уҡ ваҡытта Ташкентта башҡорт үҙәген асыу  күҙаллана. Ике яҡ араһындағы бәйләнештәрҙе нығытыу юлдары  бөгөн Республика башлығының Үзбәкстандың  ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Аҡмал Камалов менән  осрашыуында барланды.  Рөстәм Хәмитов белдереүенсә,  әлеге ваҡытта  сауҙа әйләнешенең кәмеүе күҙәтелә. Әммә ике яҡ та  хеҙмәттәшлекте үҫтереү яғында. Эшҡыуарлыҡ, нефть химияһы, ауыл хужалығы тармағында  бәйләнештәрҙе  нығытырға мөмкин.
Башҡортостандың эшлекле даирәләре вәкилдәре Ташкент эшҡыуарҙары менән бер нисә тапҡыр  осрашып, берлектәге күләмле проекттарҙы  ғәмәлгә ашырыу буйынса һөйләшеүҙәр алып барған. Шулай уҡ ике республика  араһында мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыу ҙа  даими иғтибар үҙәгендә. Был осраҡлы түгел. Әле Үзбәкстанда   30 меңдән ашыу башҡорт йәшәй,  ә  беҙҙең республикаға ситтән килеүселәрҙең яртыһы  үзбәктәр.  Рөстәм Хәмитов Өфөлә  Үзбәкстандың вәкиллеген асыу тәҡдимен индерҙе. Был мигранттар проблемаһын урында хәл итеү мөмкинлеген бирә, тине Республика башлығы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика