Башҡортостанда йылытыу миҙгеле өҙөклөкһөҙ үткән

Башҡортостанда йылытыу миҙгеле өҙөклөкһөҙ үткән 17.04.2017

Был турала бөгөн Республика Башлығы «Газпром трансгаз Өфө» йәмғиәтендә белдерҙе.

Йыл дауамында 15 миллиард кубометр зәңгәр яғыулыҡ ҡулланылған. Уның төп өлөшө сәнәғәт объекттарына, ҡалғаны халыҡҡа тура килә. Рөстәм Хәмитов йәмғиәттең  етештереү-диспетчер үҙәгендә булды. Ул технологик процестарҙы күҙәтеүгә  булышлыҡ итеүсе  заманса мәғлүмәт технологиялары  менән йыһазландырылған. Автоматлаштырылған идара системаһы эште күпкә еңеләйтәк һәм сифатты яҡшыртҡан. Эш урындарынан видеокүҙәтеү алып барыу берҙән хәүефһеҙлекте тәьмин итә, икенсенән эш һөҙөмтәләрен күҙәтеп барыу мөмкинлеге бирә. «Газпром трансгаз Өфө» йәмғиәте  республикалағы инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыуҙа ла булышлыҡ итә.  Башҡортостан төбәктәрен зәңгәр яғылыҡҡа  тоташтырыу эше лә дауам итә.
Шамил Шәрипов, «Газпром трансгаз Өфө» йәмғиәтенең генераль директоры: «Беҙ  тәбиғи газ менән тәьмин итеүсе иң ышаныслы  ойошма булып торабыҙ. Киләсәктә көньяҡ райондарҙы  зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу бурысы ла тора. Сөнки  энергосистема  үҫешенә күп факторҙар бәйле, шул уҡ инвестиция йәлеп итеү  ҙә. Инвесторҙар эшләү өсөн шарттар булған ергә килә».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика