Башҡортостанда яңы баш федераль инспектор 12.11.2014

Бөгөн был вазифаға тәғәйенләнгән  Андрей Чечеватов  менән Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич  таныштырҙы.  

Андрей Викторовия Чечеватов 1965 йылда Мәскәүҙә тыуған, Ульяновскиҙағы юғары команда училищеһын, Фрунзе исемендәге хәрби академияны тамамлаған. 20 йылдан  ашыу Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт иткән. 2013 йылдан Киров өлкәһе буйынса федераль инспектор булып эшләгән. Андрей Чечеватов күрһәтелгән   ышаныс өсөн рәхмәт белдереп, Башҡортостанға фиҙаҡәр хеҙмәт итәсәген белдерҙе.
Элек был вазифаны биләгән Петр Капишников хаҡлы ялға оҙатылды. Михаил Бабич әйтеүенсә, кадрҙар алмашынһа ла,  маҡсаттар үҙгәрмәй. Баш федераль инспектор алдында яуаплы һәм етди бурыстар тора. Башҡортостан Президенты, урындағы  власть органдары менән федераль үҙәк араһында тығыҙ хеҙмәттәшлек урынлаштырғанда һөҙөмтәле эшләргә мөмкин.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика