Башҡортостанда туризм тармағына инвестиция йәлеп итеү һәм был йүнәлештәге үҫеш мөмкинлектәре Республика Башлығы   менән туризм буйынса федераль агентлыҡ етәксеһенең осрашыуында ҡаралды 30.05.2017

Башҡортостанда туризм тармағына инвестиция йәлеп итеү һәм был йүнәлештәге үҫеш мөмкинлектәре Республика Башлығы   менән туризм буйынса федераль агентлыҡ етәксеһенең осрашыуында ҡаралды.
Олег Сафонов республикаға тәүге тапҡыр килеүен билдәләп  ыңғай тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Уның фекеренсә, Өфөлә донъя кимәлендәге юғары зауыҡлы ҡунаҡханалар төҙөлгән, уларҙа урынлашыу хаҡы ла сағыштырмаса арзан. Бынан тыш, Башҡортостандың ҡабатланмаҫ хозур тәбиғәте төбәккә туристарҙы йәлеп итеү өсөн яҡшы мөмкинлек бирә.

Рөстәм Хәмитов та  республикаға туристарҙың ҡыҙыҡһыныуы артыуына баҫым яһаны. Был күренешкә 2015 йылда үткән ШОС һәм БРИКС саммиттары этәргес биреүен дә билдәләне. Башҡортостандың шифахана-курорт селтәре уңышлы эшләп килә, ҡышҡы туризм буйынса ла уңышлы проекттар бар. Әммә тармаҡты артабан камиллаштырыу юлдары ла байтаҡ шуларҙың береһе турист-реакрация кластерҙарын булдырыу. Был йәһәттән дә республиканың башланғыстары иғтибарға лайыҡ, тине Рөстәм Хәмитов.
Аныҡлап әйткәндә, осрашыуҙа Бөрйән кластерын ойоштороу барышы ҡаралды. Ул Бөрйән, Күгәрсен, Көйөргәҙе районы мөмкинлектәрен берләштерә. 2018 йыл аҙағына тиклем был йүнәлештә миллиард ете йөҙ миллион самаһы аҡса бүлеү ҡарала. Әлегә тиклем проектҡа 730 миллион һум инвестицияланған.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика