Башҡортостанда тау-байыҡтырыу металлургияһы өсөн йөк машиналары төҙөү яйға һалыныуы ихтимал 13.11.2014

Был ниәтен Көньяҡ Африка Республикаһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Мандиси Мпахлуа әфәнде Башҡортостан Президенты менән осрашыуҙа белдерҙе. Унда шулай уҡ хеҙмәттәшлек юлдарының башҡа йүнәлештәре лә өйрәнелде.

Көньяҡ Африка Республикаһы вәкилдәре Өфөгә беренсе тапҡыр килә һәм ике яҡлы бәйләнештәрҙе тағы ла әүҙемләштереү өсөн барыһы ла эшләнәсәк , тине Рөстәм Хәмитов. Башҡортостанда сит ил эшҡыуарҙарын ҡыҙыҡһындырырлыҡ , инвестициялар һалырлыҡ тармаҡтар байтаҡ. Республиканың тышҡы тауар әйләнеше 15 миллиард долларҙан ашҡан, тик бына Африка иле менән хеҙмәттәшлек ойошторолмаған. Рөстәм Хәмитов киләһе йыл көтөлгән күләмле саммиттар был күренеште яҡшы яҡҡа үҙгәртер, тигән ышаныс белдерҙе.
Сит ил вәкилдәре үҙҙәрен тау-байыҡтырыу өлкәһе ҡыҙыҡһындырыуын белдерҙе. Көньяҡ Африка Республикаһы тәрәнлеге буйынса донъяла тиңе булмаған шахталары менән дан алған. Бындай шарттарҙа эшләү өсөн ҡеүәтле техника талап ителә һәм улар беҙҙә бар. Ниәт Рәсәйҙә лә ошо техниканы етештереүҙе яйға һалыу, тине илсе.
Мандиси Мпахлуа, Көньяҡ Африка республикаһының Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе: «Рәсәйҙең дә ер аҫты ятҡылыҡтарына бай булыуын иҫәпкә алып һеҙҙә лә махсус техника етештереүҙе яйға һалырға иҫәп тотабыҙ. Беҙҙә шахталарҙың тәрәнлеге дүрт километрға етә һәм унда ла ҡаҙылма байлыҡтар бар. Ҡеүәтле техника беҙгә ер аҫтын тағы ла төплөрәк эшкәртергә ярҙам итә. Махсус техника етештереүсе был  компания тотош ил иҡтисадының шаҡтай ҙур өлөшөн тулыландыра».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика