Башҡортостанда  эшҡыуарҙар һаны былтыр 4 мең 300-гә артҡан 26.05.2017

Был турала Республика башлығы  эшҡыуарлыҡ буйынса координация советы ултырышында белдерҙе. Сарала эшҡыуарлыҡ аҙналығына йомғаҡ яһалды һәм  бизнес алдында торған проблемарҙы хәл итеү юлдары ҡаралды.

Бәләкәй һәр урта эшҡыуарлыҡ иҡтисадтың төп терәге. Бөгөн республикала барлығы 136 мең предприятие һәм шәхси эшҡыуар иҫәпләнә.  Был  сектор төбәк тулайым продуктының өстән бер өлөшөн етештерә. Йыл дауамында эшҡыуарҙарҙың  һаны 24 меңгә артҡан, шул уҡ ваҡытта бизнесын ябыусылар ҙа юҡ түгел. Әммә был һан  аҙыраҡ. Был сфера өсөн яуаплы  власть органдары, урындағы белгестәр күберәк көс һалһа һөҙөмтә тағы яҡшыраҡ булыр ине, тине Республика башлығы.
Рөстәм Хәмитов Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты етәкселегенән үҫешкә ҡамасаулаған төп кәртәләрҙе һораны. Белгестәр әйтеүенсә, бөгөн бизнес  күтәрелһен өсөн  эшҡыуарҙарҙың белемен камиллаштырыу, һалым ставкаларын кәметеү,  методик ярҙам күрһәтеү мөһим. Дүрт районда  асылған эшлекле үҙәккә ихтыяж ҙур. Тимәк, ҡурсалау талап ителә, ителә тине Рөстәм Хәмитов.
Һуңғы йылдарҙа эшҡыуарлыҡтың абруйын күтәреү буйынса байтаҡ саралар ойошторола.  Был тәңгәлдә Шос һәм Брикс илдәренең бәләкәй эшҡыуарлыҡ форумын,  йыл эшҡыуары  конкурсын атап үтергә мөмкин. Башҡортостан  моноҡалаларҙа бизнесты үҫтереүгә  федераль финанстарҙы йәлеп итеү буйынса Рәсәй төбәктәре араһында беренсе урын биләй. Әммә проблемалар ҙа юҡ түгел.
Йүнселдәр күп осраҡта дәүләт ярҙамына ла  дәғүә итмәй, иң мөһиме уларға аяҡ салмау, йәғни ҡамасауламау мөһим. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең халыҡтың менталитетын, йәғни бизнесҡа ҡарашын үҙгәртеү мөһим, ә тәрбиәне мәктәп партаһынан уҡ башларға кәрәк.
Ултырышта  сәнәғәт тармағында кластерҙар, ауыл хужалығында кооперациялар ойоштороу мәсьәләһе лә күтәрелде. Сөнки был берлектәр  мәсьәләләрҙе уртаҡ хәл итеү һәм  үҫеү мөмкинлеге бирә.  Миҫал өсөн бөгөн республикала 49 ауыл хужалғы кооперативы теркәлгән, шуларҙың 36-һы ғына эшләй, был күрһәткес буйынса беҙ  илдә 20-се урында ғына киләбеҙ. Беҙҙә йүнселдәр күп,  уларға бер аҙ булышлыҡ итеү генә мөһим, тине Рөстәм Хәмитов
Эшҡыуарлыҡ аҡса эшләү сығанағы ғына түгел, йәшәү рәүеше булырға тейеш. Бының өсөн ошо секторҙа эшләүселәрҙең үҙҙәрен иркен, уңайлы тойоуы мотлаҡ.  Форумда даими эшләгән ведомство-ара эшсе төркөм төҙөү тәҡдиме лә индерелде.
Эшҡыуарлыҡ аҙналығы был тармаҡта эшләүселәр өсөн бик мөһим. Сөнки бизнес вәкилдәрен борсоған проблемалар күп, уларҙы хәл итеү юлдарын  бергәләп фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу, бәхәстәр һөҙөмтәһендә генә барларға мөмкин. Сарала  социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереү кәрәклеге лә билдәләнде, был йәһәттән әле беҙ артта һөйрәләбеҙ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика