Башҡортостанда дуаль белем биреү юҡ кимәлдә

Башҡортостанда дуаль белем биреү юҡ кимәлдә 30.09.2015

Предприятиелар мәғарифтан бөтөнләй ситләшкән. Һөҙөмтәлә кадрҙар мәсьәләһе киҫкенләшә. Үҙ сиратында был күренеш етештереү өлкәһендә тотҡарлыҡтар тыуҙыра. Дуаль уҡытыу  теорияны уҡыу йортонда, ә практиканы эш урынында алыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Рөстәм Хәмитов хөкүмәт ултырышында был алымды киңерәк ҡулланыу бурысы ҡуйҙы.

Яңы мәғариф министры өсөн был ултырыш тәүгеһе. Республика башлығы уны коллегалары менән таныштырып, ҙур өмөттәр бағлауын белдерҙе. Сөнки мәғарифтан ҙур үҙгәрештәр һәм үҫеш динамикаһы көтәбеҙ, тине Рөстәм Хәмитов. Тәү сиратта ул юғары уҡыу йорттары менән производство араһындағы бәйләнеште тергеҙеү бурысын ҡуйҙы. Юғиһә, бер нисә йылдан тәжрибәле белгестәргә ҙур ҡытлыҡ буласаҡ . Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, күп кенә предприятиелар бер  көн менән йәшәй. Кадрҙар әҙерләү, йүнәлтмә буйынса йәштәрҙе уҡытыу эше  бөтөнләй хәстәрләнмәй.
Рөстәм Хәмитов производство һәм уҡыу йорттары араһында бәйләнеш булдырыу һәм белгестәр әҙерләүгә предприятиеларҙы ла йәлеп итеү маҡсатын ҡуйҙы. Хөкүмәт Премьер -министры урынбаҫары Салауат Сәғитов мәғариф министрлығы яғынан да әүҙемлек күрһәтелергә тейеш тине. Сөнки предприятиелар ҙа эшселәрҙе ҡайтанан уҡытыуға миллиондарса аҡса түгә.
Рөстәм Хәмитов баш ҡалала технополис төҙөү кәрәклеген дә белдерҙе. Йәш ғалимдарға фән менән шөғөлләнеү, тәжрибә уртаҡлашыу һәм асыштарҙы ғәмәлгә ашырыу мөмкинлеге биргән ҡаласыҡ дуаль белем биреүҙең бер төрө. Республика башлығы хөкүмәт ағзаларына 25 октябргә тиклем  уның проектын эшләү бурысы ҡуйҙы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика