Башҡортостанда быйылдан алып йәш ғаиләлә тыуған балаға 300 мең һум аҡса түләнәсәк 10.02.2017

Ошо хаҡта бөгөн Рөстәм Хәмитов  республика район-ҡалалары башлыҡтары менән осрашыуҙа белдерҙе.  Республика башлығы демографик хәлде яҡшыртыуға йүнәлтелгән проектты тормошҡа ашырыу тураһындағы күрһәтмәгә ҡул ҡуйҙы.

Былтыр Башҡортостанда 55 мең 708 бала тыуған. Был һан 2015 йыл менән сағыштырғанда, 5,5 процентҡа аҙыраҡ. Ил буйынса ла демография   яҡшынан түгел, һуңғы йылда ул 2,6 процентҡа түбәнәйгән .Республикала бала табыусы ҡатындарҙың уртаса йәше икәүгә артып  27 йәш тәшкил итә.  Былтыр Өфө, Күмертау, Баймаҡ, Ейәнсура, Стәрлетамаҡ райондарында тыуым артҡан, ә бына Йәрмәкәй, Федоровка, Борай, Краснокама райондарынд ныҡ түбәнәйгән. Миграция ла эҙһеҙ үтмәй. Һуңғы йылдарҙа ғына Сибай ҡалаһынан, Мәләүез, Иглин, Ҡыйғы, Мәсетле райондарынан кешеләрҙең күпләп күсенеү күҙәтелә. Эшһеҙлек, торлаҡ булмауы, белем биреү сифаты насар  булыуы арҡаһында халыҡ ситкә китеүҙе хуп күрә.  Иҡтисади шарттар арҡаһында ғаиләләр бала табырға атлығып бармай.

Демографияны яҡшыртыуҙа һәр муниципалитет үҙ ҡулына алырға һәм саралар күрергә тейеш, тине Рөстәм Хәмитов. 2017-2020 йылдарҙа  республикалағы демографияны яҡшыртыу тураһындағы  проектҡа  төрлө ведомстволар инә, уны Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов етәкләйәсәк. Эшсе төркөмгә 1 мартҡа тиклем проект планын әҙерләргә ҡушылды.  Уға ярашлы, бала тапҡан йәш ғаиләләргә бер тапҡыр 300 мең һум аҡса биреләсәк. Социаль түләүҙе йәшәү шарттарын яҡшыртырға тотонорға мөмкин.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика