Башҡортостанда һайлау участкалары эш башланы

Башҡортостанда һайлау участкалары эш башланы 14.09.2014

Берҙәм тауыш биреү көнөндә республикала  ваҡытынан алда республика Президенты, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға 43-сө бер мандатлы Краснохолм округы  буйынса  өҫтәлмә депутат һәм муниципаль советтарға өҫтәлмә һайлауҙар үтә. Барлығы 53 мандатҡа  204 кандидат дәғүә итә. Һайлауҙа 6 сәйәси партияның төбәк бүлексәләре ҡатнаша. Үҙәк һайлау комиссияһы биргән мәғлүмәткә ярашлы, Башҡортостанда тауыш биреүселәр исемлегендә 3 миллион 77 мең 775 кеше теркәлгән.

Бөгөн  барлығы 3453 һайлау участкаһы, шул иҫәптән 34 ваҡытлыса һайлау участкаһы эшләйәсәк. Һайлау Рәсәйҙең 84 төбәгендә үтә. Тауыш биреүҙән бары  Ингушетия ғына ситтә ҡалған.  30 төбәктә губернаторҙар, 14-дә закондар сығарыу йыйылыштары депутаттары, бынан тыш, ҡала мэрҙары, муниципаль депутаттар һайлана. Дөйөм алғанда,  барлығы 6 мең һайлау уҙа. Тауыш биреүҙә тәүге тапҡыр Рәсәйҙең яңы төбәктәре Ҡырым һәм Севастополь ҡалаһында йәшәүселәр ҙә ҡатнаша. Һайлау участкалары иртәнге һигеҙҙән киске һигеҙгә тиклем тауыш биреүгә асыҡ буласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика