Башҡортостанда һайлауҙарҙа «барыһына ла ҡаршы» тауыш биреп булмаясаҡ

Башҡортостанда һайлауҙарҙа «барыһына ла ҡаршы» тауыш биреп булмаясаҡ 26.02.2015

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай депутаттары ошо туралағы закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡараны.  2006 йылда ғәмәлдән сығарылған бюллетендәге был графаны федераль үҙәк кире ҡайтарғайны. Шулай ҙа уны индереү, йә иһә алып ташлау хоҡуғы төбәктәрҙең үҙҙәренә бирелде. Республика федераль үҙәк башланғысын хупламаны.

Сираттағы  һайлау Башҡортостанда быйыл 13 сентябрҙә үтә. Унда республиканың һигеҙ йөҙгә яҡын ауыл советына депутаттар һайлана. Сәйәси кампанияға байтаҡ үҙгәрештәр әҙерләнә. Шуларҙың иң көнүҙәге бюллетендәрҙәге «Барыһына ла ҡаршы» графаһына ҡағыла.  Республика халҡына бар кандидаттарға ла ризаһыҙылыҡ белдереү мөмкинлеге бирелмәй. «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзалары фекеренсә, был графаның республикала кәрәге лә юҡ.  
Бер-береһенә туғанлашып бөткән төпкөлдәрҙә, бәлки, кәрәкмәйҙер ҙә , әммә ҙур ҡалаларҙа йәшәүсе халыҡтың хоҡуҡтары сикләнә, тигән фекерҙә социаль ғәҙеллек  партияһы вәкилдәре. Ул ғына ла түгел ,барыһына ла ҡаршы тауыш биреү мөмкинленән мәхрүм итеү халыҡтың һайлауға ҡарата мөнәсәбәтен киҫкенләштерә генә.
Коммунистар иһә был мәсьәләнең Дәүләт Думаһында ҡаралыуында уҡ ҡаршы булды. Төбәк бүлексәһе вәкилдәре лә был графаны тергеҙеүҙе кәрәк тип иҫәпләмәй. Барыһына ҡаршы тауыш биреүҙе улар мәғәнәһеҙлек, тип һанай.
Закон проектында башҡа үҙгәрештәр ҙә бар. Мәҫәлән, партияларҙың урындағы совет  һәм Ҡоролтайға үтеү өсөн тауыш йыйыу кимәле лә 7 проценттан 5-кә тиклем кәметелә. Үҙәк һайлау комиссияһы кампания үткәреүгә бүленгән аҡсаларҙы файҙаланыу котролен көсәйтеү яҡлы. Кандидаттар һәр тин өсөн отчет яһарға тейеш буласаҡ. Һайлауҙа ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары ла килемен күрһәтеүе шарт. Ә инде һайлау һөҙөмтәләренә дәғүә белдереү ваҡыты бер йылдан өс айға тиклем ҡыҫҡартыла. Закон проекты әле беренсе уҡыуҙы ғына үтте. Киләһе ултырышҡа документҡа  үҙгәрештәр индерелеүе лә ихтимал. Ултырышта бер нисә кеше уға ҡаршы тауыш бирҙе.
Айнур Кәбиров

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика