Башҡортостан юлдаш телевидениеһында Республика Башлығы менән тура бәйләнеш ваҡытында төбәк етәксеһенә 10 меңдән ашыу һорау килде   08.04.2016

Уларҙың 40 процент самаһы юлдарҙың торошона ҡағылды. Быйыл был мәсьәлә бер беҙҙең республика өсөн генә түгел, ә илдең барлыҡ төбәктәренә лә хас күренеш. Һауа торошоноң берсә йылытып, берсә һыуытып тороуы юлдарҙың таушалыуына килтерҙе. Әммә был аҡланыу булырға тейеш түгел. Власть  органдары бөгөнгө юлдар торошо өсөн халыҡтан ғәфү үтенергә бурыслы, тине Рөстәм Хәмитов.

Әлеге көндәрҙә тағы бер көнүҙәк проблема - яҙғы ташҡын. Башҡортостан Башлығы Республикала  ташҡын хәүефһеҙ үтһен өсөн барыһы ла эшләнәсәк тип  белдерҙе. «Дөйөм алғанда, төбәктәрҙә әлегә хәл тотороҡло һаҡлана. Быйыл ҡар күп яуҙы. Ҡайһы бер йылғаларҙа боҙ тығылыуға бәйле, ҡатмарлыҡтар килеп тыуҙы. Атап әйткәндә, Сәрмәсән йылғаһы ярҙарынан сығып Саҡмағош районы Яңы Йомран ауылында тиҫтәләп йортто һыу аҫтында ҡалдырҙы. Шулай уҡ Дыуан районындағы Әй йылғаһында ла боҙ тығылыуы күҙәтелде. Шуға ла күңелһеҙ хәлдәрҙе иҫкәртеү маҡсатында беҙ барыһын да уяу булырға саҡырыбыҙ», тине республика башлығы.
Рөстәм Хәмитов менән тура бәйләнеш республиканың төп телеканалы булған Башҡортостан юлдаш телевидениеһының техник мөмкинлектәре ҡеүәтле булыуын күрһәтте. Төрлө төбәктәр ҡушылған тура трансляция беренсе тапҡыр үтте. Өфөнән тыш, Стәрлетамаҡ, Күмертау, Нефтекама, Октябрьский, Баймаҡ һәм Салауат райондарында йәшәүселәргә лә эфирға сығыу мөмкинлеге тыуҙырылды.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика