Башҡортостан юлдаш телевидениеһы репортаждары Ҡытайҙа күрһәтеләсәк

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы репортаждары Ҡытайҙа күрһәтеләсәк 19.06.2017

Башҡортостан медиахолдингы менән Аньхой телекомпанияһы араһында ошо туралағы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Был Рәсәй-Ҡытай мөнәсәбәттәре тарихында әлеге форматтағы беренсе документ. Яҡтар бер-береһенә прайм эфирҙарға видеоматериалдар ебәреүҙе күҙаллай.

Ҡытай тамашасылары республикабыҙҙың туристик, иҡтисади ҡеүәте тураһындағы, аҫаба халыҡтың тормош-көнкүрешен сағылдырған тапшырыуҙарға ҡыҙыҡһыныу белдергән. Хеҙмәттәшлек дәүләт-ара партнерлыҡты нығытыуға йүнәлтелгән.
Ҡытай Башҡортостандың машиналар төҙөү, нефть-газ тармағы тәжрибәһен индерергә ниәтләй. Дөйөм алғанда,  Башҡортостан делегацияһының сит илгә эш сәфәре барышында үҙ-ара хеҙмәттәшлек тураһындағы туғыҙ килешеүгә ҡул ҡуйылды. Уларҙың икәүһе - Хөкүмәт-ара - Аньхой һәм  
Сычуань провинциялары менән... Йәнә береһе өс яҡлы - республика, Цзя нси провинцияһы һәм Ҡытайҙың дәүләт үҫеш банкы араһында... Документ банкҡа Башҡортостан биләмәһендә инвестиция проекттарын финанслау мөмкинлеген биреүҙе  күҙ уңында тота.  Республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич менән Ҡытай дәүләт советы ағзаһы Ян ЦзеЧи рәйеслек иткән «Волга-Янцзы» форматындағы совет ултырышында ҡатнашты.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика