Башҡортостан Ҡытайҙың Аньхой провинцияһы менән хеҙмәттәшлек итәсәк 13.10.2016

Ошо туралағы документҡа бөгөн республиканың үҫеш корпорацияһы генераль директоры Артем Кирәев һәм Ҡытай менән Рәсәй араһында хеҙмәттәшлеккә булышлыҡ итеү буйынса Аньхой үҙәге етәксеһе Дай Цзяньхуа ҡул ҡуйҙы.  

Ҡытай Халыҡ республикаһы Рәсәйҙең, шул уҡ ваҡытта Башҡортостандың төп  стратегик парнерҙарының береһе иҫәпләнә. Ике ил араһындағы тауар әйләнеше 100 миллиард  долларҙан ашып китә. Шуның 600 миллионы беҙҙең республикаға тура килә. Әммә был  ғына сик түгел, күрһәткестәрҙе тағы ла арттырыу маҡсатында байтаҡ эштәр алып барыла, тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Артур Шәйнуров. Ҡул ҡуйылған документ яҡтар араһында төрлө өлкәләрҙә, атап үткәндә машиналар эшләү, электр техникаһы, металлургия, төҙөлөш материалдары етештереү, еңел һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте, индустриаль һәм агросәнәғәт парктарын ойоштороу, халыҡ-ара транспорт һәм логистика үҙәктәрен төҙөүҙе күҙ уңында тота.  
Артур Шәйнуров, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары: «Ҙур ҡәнәғәтлек менән Аньхойҙан килгән коллегаларыбыҙға оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Сөнки эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге йөҙҙән ашыу кеше  беҙҙең саҡырыуҙы ысын күңелдән ҡабул итеп алды. Был Аньхой провинцияһы вәкилдәренең ике аралағы хеҙмәттәшлеккә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡарауын күрһәтә».  
Ши Гуанюн, Анхой провинцияһының сауҙа-сәнәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары: «Ҡул ҡуйылған килешеү Башҡортостан менән яҡындан танышыу мөмкинлеге бирәсәк. Хеҙмәттәшлек төрлө өлкәләргә ҡағылыр, тип уйлайым. Тағы ла тығыҙыраҡ мөнәсәбәттәр урынлаштырыу өсөн яҡын киләсәктә беҙ ҙә һеҙҙең республика вәкилдәрен Аньхой провинцияһында көтәбеҙ».  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика