Башҡортостан «ВТБ 24» банкы менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө 09.04.2015

Уға ярашлы, финанс учреждение  республикала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты кредитлауға уңайлы шарттар булдырасаҡ. Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәнов «ВТБ 24» банкы президенты урынбаҫары Вячеслав Воробьев менән осрашыуҙа хеҙмәттәшлек  нескәлектәрен барланы.

Банк  республикала эшҡыуарлыҡ, ипотеканы кредитлау һәм бюджет ойошмаларының финанс программаларын тормошҡа ашырыу йәһәтенән эшмәкәрлеген киңерәк йәйелдерепргә иҫәп тота. Килешеү нигеҙендә күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең процент ставкаларын кәметеү, ташламалар тәҡдим итеү мөмкинлектәре лә ҡа рала.
Вячеслав Воробьев,  «ВТБ 24» банкы президенты урынбаҫары: «Әле Башҡортостандағы һәр өсөнсө ипотека алған ғаилә беҙҙең клиент. Киләсәктә күрһәткестәрҙе арттырырға иҫәп тотабыҙ. Бынан тыш, эшҡыуарлыҡ өлкәһенә лә уңайлы финанс программалар әҙерләнгән. Әле был тармаҡҡа 2 миллиард һумлыҡ кредит бүленһә, килешеү буйынса ул ике тапҡырға артасаҡ. Эш менән мәшғүл һәр алтынсы кеше беҙҙең банкта хеҙмәтләнә һәм улар арта ғына».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика