Башҡортостан ШОС һәм БРИКС илдәре журналистары күҙлегенән 28.06.2014



Республикаға халыҡ-ара хеҙмәттәшлек ойошмаларына ҡараған дәүләттәрҙең киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре өсөн ойошторолған матбуғат туры тамамланды. Ҡымыҙ, солоҡ балы һәм «ҡара алтын» төбәгенә мауыҡтырғыс сәфәрҙе йомғаҡлап, улар Башҡортостан етәкселеге менән осрашты.

Республикаға халыҡ-ара хеҙмәттәшлек ойошмаларына ҡараған дәүләттәрҙең киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре өсөн ойошторолған матбуғат туры тамамланды. Ҡымыҙ, солоҡ балы һәм «ҡара алтын» төбәгенә мауыҡтырғыс сәфәрҙе йомғаҡлап, улар Башҡортостан етәкселеге менән осрашты.

Ҡытай, Бразилия, Һиндостан, Ҡаҙағстан һәм Италия журналистарынан торған төркөм республиканың көньяғына - Белорет, Баймаҡ, Әбйәлил һәм Бөрйән райондарына сәфәргә сыҡты. Тәүге туҡталыш - Уҫманғәле ауылында. Журналистарҙың иғтибарын тау башындағы күркәм мәсет йәлеп итте. Һорауҙар иһә милләт һәм конфессия ара татыулыҡҡа ҡағылды.
Ҡунаҡтар Урал тауҙарындағы саф һауаны һулап кинәнде. «Ар ташы» турист базаһында иһә һыбай йөрөп ҡарарға форсат булды. Ат менергә Ҡаҙағстан журналистары ғына йөрьәт итте. Башҡалар арбала сәйәхәт итеүҙе хуп күрҙе.
Бейә һөтөнән яңы ғына бешелгән ҡымыҙҙы тәмләп ҡарау форсаты ла тейҙе. Әбйәлил районы Таҡтағош ауылы йәйләүендә улар шифалы эсемлекте әҙерләү серҙәре менән танышты. Милли аш-һыу, ҡыҙыл эремсек, сәк-сәк, бәлештәрҙән ауыҙ иттеләр. Боронғо тирмәләге көнкүреш шарттары, халҡыбыҙҙың милли кейемдәре лә ҡыҙыҡһындырҙы. Буранғол ауылында кейеҙ баҫыу йолаһын күрһәттеләр. Тотош кешелек өсөн әһәмиәтле урындарҙың береһе - Бөрйән районындағы Шүлгәнташ мәмерйәһе. Ҡунаҡ хәбәрселәр Йылҡысыҡҡан күле, мәмерйә залдары менән ентекләп танышты.
Матбуғат турында ҡатнашыусылар республика етәксеһенә сәфәр тәьҫораттары менән бүлеште. Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда инвестициялар йәлеп итеү эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Иҡтисадты үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар араһында эшҡыуарҙарға ҡаралған ташламалар тураһында һөйләне. Әлбиттә, ШОС һәм БРИКС ойошмалары саммитына әҙерлек мәсьәләһенә лә туҡталды. Республика етәксеһе фекеренсә, Башҡортостанда был эштәр эҙмә-эҙлекле алып барыла.
Осрашыу аҙағында матбуғат турында ҡатнашыусы журналист Сандра Фернандес Рөстәм Хәмитовҡа Бразилия Йыйылма командаһының рәсми футболкаһын бүләк итте. Көньяҡ Америка ҡитғаһындағы был илдә тиҙҙән БРИКС илдәре саммиты уҙасаҡ. Рәсәй делегацияһы составында унда Башҡортостан вәкилдәренең дә ҡатнашыуы көтөлә.
Рафиҡ Әхмәтшин


Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика