Башҡортостан рустары ҡорға йыйылды

Башҡортостан рустары ҡорға йыйылды 29.03.2016

Соборҙың 4-се съезында район-ҡалаларҙан 300-ҙән ашыу делегат ҡатнашты. Бынан тыш, 200 самаһы ҡунаҡ та саҡырылғайны. Форумда Соборҙың һуңғы биш йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалып, киләсәккә маҡсаттар билдәләнде.

«Башҡортостан» дәүләт концерт залы фойеһында йыр-моң бер минутҡа ла тынманы. Үҙешмәкәр артистар төбәктә үткән рустар собороның 4-се съезд ҡунаҡтарын халыҡ йырҙары, таҡмаҡтары менән менән ҡаршыланы. Делегаттар шулай уҡ сағыу күргәҙмәләр шаһиты ла булды. Берәүҙәр ҡорама ҡораһа, икенселәр балаҫ һуҡты. Бынан тыш, йүнселдәр тегеү, сигеү кеүек ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәресе лә күрһәтте. Ә инде нәшриәт, ғилми ойошма, китапханалар әҙерләгән майҙансыҡтарҙа фольклор, тарихҡа арналған ҡыҙыҡлы йыйынтыҡтар менән танышырға мөмкин ине.
Пленар ултырышта Башҡортостан рустары соборының уҙған биш йыллыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды. Шулай уҡ киләсәккә яңы бурыстар, маҡсаттар билдәләнде. Телде, фольклорҙы, тарихты өйрәнеүгә ҡағылышлы мәсьәләләр ҡаралды. Әйткәндәй, район-ҡалаларҙа йәмәғәт ойошмаһының бүлексәләре  уңышлы эшләп килә. «Урындағы халыҡ менән тығыҙ бәйләнеш булғанда ғына уңышҡа ирешеп була»,- тине үҙ сығышында башҡарма комитет рәйесе Виктор Пчелинцев. Әйткәндәй, ул киләһе йылдарҙа ла Башҡортостанда йәшәүсе рус милләтен берләштереү эшмәкәрлеген дауам итәсәк.
Виктор Пчелинцев, Башҡортостан рустары соборы башҡарма комитеты рәйесе:  «Ололар  үҫеп килгән быуынға быуаттар буйы һаҡланып килгән ғөрөф-ғәҙәттәр, йолаларҙы, телгә ҡарата һөйөүҙе тапшырырға тейеш. Был беҙҙең эшмәкәрлегебеҙҙең төп йүнәлеше. Бынан тыш, ил етәксеһе Владимир Путин ҡуйған заман проблемалары ла бар. Ул рус теле һәм әҙәбиәтен өйрәнеүгә ҡайтып ҡала.  Уҡытыусылар менән бергә эшләү киҫкен мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам итәсәк тигән ҡараштабыҙ. Рәсәй халҡы үҙенең классикаһын, мәҙәниәтен, фольклорын, тарихын белергә тейеш».
Һуңғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, әлегә Башҡортостанда бер миллион ярымға яҡын рус халҡы вәкиле йәшәй. Улар, тәү сиратта, күп милләтле Башҡортостанды берләштереүсе көс булараҡ та ҡабул ителә. Юҡтан ғына төбәктә йәшәүсе рустарҙың менталитеты  Рәсәйҙәге милләттәштәренән айырыла, халыҡтың үҙенә генә хас һыҙаттары бар тип билдәләнмәйҙер.
Күп милләтле Башҡортостан Рәсәй өсөн халыҡтар дуҫлығы, татыулығы өлгөһө булып та һанала. Төбәктә үткән Соборҙың сираттағы съезы был хәҡиҡәтте йәнә раҫланы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика