Башҡортостан прокуратураһы талабы буйынса Ҡыйғы районы башлығы отставкаға китте

Башҡортостан прокуратураһы талабы буйынса Ҡыйғы районы башлығы отставкаға китте 26.05.2016

Бөгөн муниципаль район советы сираттан тыш ултырышын үткәрҙе. Көн тәртибенә республика прокуратураһы талабы буйынса район хакимиәте башлығын Рафиҡ Харисовты эштән  бушатыу һәм район советы рәйесе Раян Ҡотдосовты отставкаға ебәреү мәсьәләһе сығарылды.

Бындай ҡәтғи сараларҙың сәбәбе уларҙың эшмәкәрлегендә күп һанлы етешһеҙлектәр асыҡланыуына бәйле. Етәкселәрҙең муниципаль мөлкәт менән идара итеүҙә, бюджет аҡсаларын тотоноуҙа вазифалары менән файҙаланыуы һәм коррупцияға ҡаршы ҡануниәтте һанға һуҡмауы фашланған. Кәңәшмә һөҙөмтәһендә Рафиҡ Харисов үҙ теләге менән вазифаһынан бушатылды, Раян Ҡотдосовты отставкаға ебәреү мәсьәләһе 30 май үтәсәк муниципаль район советы ултырышында ҡараласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика