Башҡортостан Президенты вазифаһына кандиттар исемлеге бөгөн йәнә тулыланды 30.06.2014

Үҙәк һайлау комиссияһына «Ғәҙел Рәсәй» һәм Либераль демократ партиялары вәкилдәре документтарын тапшырҙы.

Үҙәк һайлау комиссияһына «Ғәҙел Рәсәй» һәм Либераль демократ партиялары вәкилдәре документтарын тапшырҙы.

«Ғәҙел Рәсәй» сәйәси фирҡәһенән Башҡортостан Президенты вазифаһына һайлауҙа партияның төбәк бүлексәһе етәксеһе Константин Шаһиморатов ҡатнашырға теләк белдерҙе. Либераль демократтарҙан иһә Дәүләт Думаһы депутаты, партияның төбәк бүлексәһе етәксеһе Иван Сухарев Башҡортостан Президенты вазифаһына дәғүәселәр исемлеген тулыландырҙы. Эшсе төркөм уларға раҫлаусы документ менән махсус иҫәп асырға рөхсәт бирҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 14-сентябрь Берҙәм тауыш биреү көнөндә Башҡортостанда 22 һайлау кампанияһы үтә. Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай һәм урындағы үҙидаралыҡтарҙың вәкәләтле органдарына өҫтәлмә һайлауҙан тыш, республика халҡы Башҡортостан Президенты өсөн дә тауыш бирә.

Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика