Башҡортостан Президенты вазифаһына дәғүә итеүселәргә бөгөн кандидатлыҡ танытмаһы тапшырылды 25.07.2014

Муниципаль фильтрҙы дәғүәселәрҙең  4-һе үтеүгә иреште. Ҡануниәткә ярашлы, улар Башҡортостан Президенты вазифаһына кандидат итеп теркәлде.

Үҙәк һайлау комиссияһында үткән тантанала документ Башҡортостан йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе, "Рәсәй патриоттары"төбәк бүлексәһенән тәҡдим ителгән кандидат Илдар Бикбаевҡа, Дәүләт Думаһы депутаты, Рәсәй либерал-демократ партияһы төбәк бүлексәһе кандидаты Иван Сухаревҡа, республика етәксеһе, "Берҙәм Рәсәй" сәйәси фирҡәһе кандидаты Рөстәм Хәмитовҡа  һәм "Рәсәй Коммунистар" партияһы төбәк бүлексәһе кандидаты Юнир Ҡотлоғужинға тапшырылды. Уларҙың барыһы ла кандидатлыҡтарын раҫлаусы рәсми документ алды. Башҡортостан Президенты вазифаһына 11 сәйәси партия үҙ вәкилен тәҡдим иткәйне. Уларҙың береһе һайлау алды процедураларының беренсе өлөшөндә үк көрәштән төшөп ҡалды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика