Башҡортостан Президенты вазифаһына дәғүә итеүсе кандидаттар ҙа һайлауҙан ситтә ҡалманы 14.09.2014

Тәүгеләрҙән булып гражданлыҡ бурысын республика етәксеһе, Башҡортостан Президенты вазифаһына кандидаттарҙың береһе Рөстәм Хәмитов үтәне. Ул тормош иптәше менән бергә Красноусол ҡасабаһының 2-се мәктәбендә ойошторолған 1665-се һайлау участкаһында беркетеү таныҡлығы буйынса тауыш бирҙе. Ғафури районында һайлауҙа ҡатнашыу сәбәбен ул эш сәфәре менән аңлатты.

Рәсәй Коммунистар партияһы кандидаты Юнир Ҡотлоғужин тауышын Өфөнөң 104-се  участкаһында бирҙе. Һайлауға ул тормош иптәше менән бергә килде. Юнир Ҡотлоғужин һайлау барышы менән ҡәнәғәт булыуын билдәләне һәм киләсәккә яҡты өмөт бағлауын да йәшермәне.
Иглин районы Урман ауылындағы һайлау участкаһына «Рәсәй патриоттары» партияһы кандидаты Илдар Бикбаев әсәһе менән килде. Ул урындағы халыҡ менән әңгәмәләште, тауыш биреү барышы менән ҡыҙыҡһынды.
Өфөнөң 156-сы һайлау участкаһына либерал-демократтарҙан кандидат Иван Сухарев та килде. Тауыш биреүҙә ул тормош иптәше һәм ҡыҙы менән бергә ҡатнашты.
Кандидаттарҙың барыһы ла Башҡортостанда һайлау тыныс һәм эшлекле шарттарҙа үтер тигән ышаныс белдерҙе.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика