Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Республика Хөкүмәтендә кадрҙар тәғәйенләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Республика Хөкүмәтендә кадрҙар тәғәйенләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы 29.09.2014

Уға ярашлы,  Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының ике яңы урынбаҫары барлыҡҡа килде.

Был вазифаға Владимир Нагорный менән Илдар Тимерғәлин ҡуйылды. Рөстәм Мәрҙәнов Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары булып ҡалды.

Шулай уҡ Руслан Мирсаяпов Башҡортостан , Әнүәр Бакиров Һаулыҡ һаҡлау, Александр Васильев иҡтисади үҫеш министрҙары итеп тәғәйенләнде

Үгәрештәр ҡайһы бер ведомстволарға ла ҡағылды. «Асыҡ Республика» дәүләт комитетын Ринат Шәғәлин, Торлаҡ һәм төҙөлөштө күҙәтеүҙе Илдар Замалетдинов, Юстиция эштәрен Наилә Ғәлиева, Туризм һәм эшҡыуарлыҡ агентлығын Вячеслав Ғиләжетдинов, тарифтарҙы Ирина Васимирская етәкләне.

Ә архив эштәре буйынса идаралыҡ Илфат Ғәлләмовҡа, үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһы Ринат Ғәлимовҡа йөкмәтелде. Хөкүмәт Премьер-министрының ҡалған урынбаҫарҙарҙы, министрҙар һәм ведомство етәкселәре биләгән вазифаларында ҡалды. 


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку