Башҡортостан Премьер-министрлы булды

Башҡортостан Премьер-министрлы булды 26.11.2015

Был вазифаға Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай  депутаттарының берҙәм тауышы менән  Рөстәм Мәрҙәнов тәғәйенләнде. Уның кандидатураһын Парламентҡа  Республика башлығы тәҡдим итте.  Рөстәм Хәмитов бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамә менән дә сығыш яһаны. Унда башҡарылған эштәрҙе йомғаҡлау менән  бергә киләсәккә эш йүнәлештәре лә билдәләнгән.  

Биш йыл эсендә республика сәнәғәте 40,  төбәк тулайым продукты 80 процентҡа үҫкән, инвестициялар ике тапҡырға артҡан.  60 мең яңы эш урыны асылған,  эшһеҙлек кәмегән, уртаса эш хаҡы һәм халыҡтың килеме бер ярым тапҡырға күтәрелгән.  Был ошо осорҙа башҡарылған эштәрҙең бер өлөшө генә. Һандарҙы әйтеүе генә анһат, ә һәр бер күрһәткес артында йылдар дауамындағы тынғыһыҙ эшмәкәрлек ята.  Ашаған белмәй, тураған белә тигән һымаҡ.  Алда ла мөһим бурыстар тора. Сәнәғәт тармағын күтәреү өсөн кластерҙар төҙөү, ауыл хужалығын холдингтар ярҙамында күтәреү һәм башҡалар...
Был йыл республика тарихында донъя кимәлендәге Шос һәм Брикс саммитары менән иҫтә ҡалды. 2020-се йылда  ла Башҡортостанда халыҡ-ара кимәлдәге тағы бер абруйлы сара-фольклориада үтә. Уға әҙерлекте әле үк башлау, мәҙәниәт усаҡтарын тәртипкә килтереү мөһим, тине Рөстәм Хәмитов.  Мөрәжәғәтнамәлә ауыл кешеһенең проблемаһы  айырым иғтибарға алынған. Төбәктәрҙә инфраструктураны яҡшыртыу, медицина хеҙмәтләндереүенең сифатын күтәреү, эш урындары булдырыу. Шулай уҡ Башҡортостан хөкүмәтенә кадрҙар мәсьәләһе буйынса ла эш алып барыға ҡушылды. Ситкә уҡырға киткән йәштәрҙе ҡайтарыу һәм башҡалар. Шулай уҡ туризмды үҫтереү буйынса аныҡ бурыстар ҡуйылыуын да билдәләп үтергә кәрәк.
Бөгөн Башҡортостан Премьер-министрлы булды. Рөстәм Хәмитов был вазифаға әлегә тиклем Республика Хөкүмәтендә беренсе урынбаҫар булып эшләгән Рөстәм Мәрҙәновты тәҡдим итте. Рөстәм Хәбиб улы үҙен тәжрибәле иҡтисадсы, сәйәсмән итеп күрһәтте, тине Республика башлығы.  Депутаттар был кандидатураны бер тауыштан хупланы.
Был Рөстәм Хәмитовтың Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға алтынсы  мөржәғәтнамәһе. Һәр йылдағыса, төп стратегик документта башҡарылған  эштәргә анализ яһау менән бер рәттән киләсәккә маҡсаттар ҙа билдәләнә. Социаль-иҡтисади күрһәткестәр,  бурыстар үҙгәреп тора,  әммә мөрәжәғәтнамәнең төп асылы шул килеш ҡала. Уның үҙәгендә - кеше мәнфәғәттәрен ҡайғыртыу,  халыҡҡа йәшәү өсөн лайыҡлы шарттар тыуҙырыу тора.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика