Башҡортостан пилотһыҙ осоу аппараттары  һәм йыһан системалары мәғлүмәттәрен иң әүҙем ҡулланыусы төбәк 08.06.2017

Был турала «Рәсәй йыһан системалары» йәмғиәте етәкселеге Республика Башлығы менән осрашыуҙа белдерҙе. Пилотһыҙ осоу аппараттарын ҡулланыу республикала артабан да йылдам дауам итәсәк. Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте һәм йәмғиәт араһында хеҙмәттәшлек килешеүе лә төҙөлдө.

Рөстәм Хәмитиов әйтеүенсә, йыһан юлдаштарынан алынған мәғлүмәт төбәктең ауыл, урман хужалығы тармағында киң ҡулланыла. Килешеүгә ярашлы, пилотһыҙ осоу аппараттарын ҡулланыу өлкәләре артасаҡ ҡына.
«Рәсәй йыһан системалары» йәмғиәте етәксеһе урынбаҫары Анатолий Перминов әйтеүенсә, Башҡортостан был йәһәттән башҡа төбәктәргә үрнәк. Осрашыуҙа пилотһыҙ осоу аппараттарын нефть үткәргестәрҙе күҙәтеү, экология мәсьәләләрен хәл итеү эшендә лә ҡулланыу мөмкинлектәре барланды.
Анатолий Перминов, «Рәсәй йыһан системалары» акционерҙар йәмғиәте генераль директоры урынбаҫары: «Республика башлығы беҙҙең тәҡдимдәрҙе хуплай. Ғөмүмән, Башҡортостанды йыһан системаларын иң әүҙем ҡулланыусы төбәк тиергә мөмкин. Осрашыуҙа пилотһыҙ осоу аппараттарын тағы ла әүҙемерәк ҡулланыу юлдары барланды. Килешеүә ярашлы, эш планын раҫлап, нефть компаниялары менән һөйләшеүҙәр башлаясаҡбыҙ».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика