Башҡортостан менән Силәбе өлкәһен территориаль яҡынлыҡ ҡына түгел, сауҙа-иҡтисади  бәйләнештәр бәйләй 19.03.2015

Төбәктәр араһында мәҙәни оҡшашлыҡ та көслө. Быны бөгөн «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үткән тамаша иҫбатланы.

Өфөлә Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе рәсми делегацияһы, эшлекле даирә вәкилдәре араһында барған осрашыу кәңәшмәләрҙән генә торманы. Ике төбәк араһында мәҙәни күпер урынлашты. Силәбе данын баш ҡала сәхнәһендә "Урал" дәүләт бейеү ансамбле яҡланы. Репертуарҙа башҡорт, рус, татар, белорус һәм башҡа халыҡтарҙың милли бейеүҙәре башҡарылды. Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблен дә ҡунаҡтар яратып ҡабул итте. Ике төбәк араһындағы уртаҡ һыҙаттарҙы иҫәпкә алып, яҡтар иртәгә дауам итәсәк осрашыуҙың һөҙөмтәле булырына ышана.  
Амур Хәбибуллин, Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге вәкиле: «Яҡтар араһындағы  һуңғы килешеү 2009-сы йылда төҙөлгәйне.
Минеңсә, был ярайһы ғына  арауыҡ. Был осрашыу, уның һөҙөмтәләре субъекттар араһында сауҙа ептәрен нығытыу, тауар әйләнешен арттырыу, ғөмүмән, тығыҙ хеҙмәттәшлек урынлаштырыуға ышаныслы аҙым булыр тип ышанабыҙ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика