Башҡортостан менән «Роснефть» үҙ-ара глобаль килешеү әҙерләй

Башҡортостан менән «Роснефть» үҙ-ара глобаль килешеү әҙерләй 20.10.2016

Уға ярашлы, «Башнефть» бренды менән «Салауат Юлаев» хоккей клубының бағыусылыҡ ярҙамы һаҡланып ҡаласаҡ. Был турала Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов менән «Роснефть» компанияһы етәксеһе Игорь Сечин араһында үткән осрашыуҙан һуң билдәле булды.

Фекер алышыу барышында «Башнефть»тең дивиденттар күләме, хәйриә эшмәкәрлеге һәм һалымдар буйынса Башҡортостан алдындағы барлыҡ йөкләмәләрҙе һаҡлап ҡалыу тураһында килешелде. Шулай уҡ нефть һәм газ тармағы объекттарын  модернизациялау, тирә-яҡты һаҡлау, социаль программаларҙы тормошҡа ашырыу тураһында ентекле һөйләшеү булды.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Роснефть» компанияһы Башҡортостандағы предприятиеның дәүләт акцияларын 329 миллиард 690 миллион һумға һатып алды. «Башнефть»тең етәксеһе итеп биш йылға Андрей Шишкин тәғәйенләнде.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика