Башҡортостан һәм Федераль милек идаралығы «Башнефть» компанияһының акциялары менән берлектә идара итеү хаҡында килеште

Башҡортостан һәм Федераль милек идаралығы «Башнефть»  компанияһының акциялары менән берлектә идара итеү хаҡында килеште 16.09.2015

Документҡа  Дәүләт милке менән идара итеү буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Ольга Дергунова,  Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов, Республиканың  Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Евгений Гурьев ҡул ҡуйҙы. Килешеүгә ярашлы, яҡтар компания  акционерҙарының хоҡуҡтарын яҡлау,  эш стратегияһын, дивиденттарҙы билдәләү,  директорҙар советы рәйесен, компания етәксеһен һайлау кеүек  мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ ала.  Шулай уҡ документта  компанияның акцияларын  ҡулланыу тәртибе  тураһында  ла яҙылған. Яҡтар компания табышының яҡынса 25 процентын  дивидендтар итеп түләү хаҡында ла  килеште.

Ольга Дергунова, Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары, дәүләт милке менән идара итеү буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе: «Башнефть» компанияһының акциялары дәүләт ҡарамағына үткән йыл аҙағында тапшырылды.   Акцияларҙың 50, 08  проценты Рәсәй  милкенә ҡарай, устав капиталының 25 проценты  Башҡортостандыҡы.  Республика башлығы  әйтеүенсә, «Башнефт»тең  дивидендтары  социаль мәсьәләләрҙе  хәл итеүҙә  ҙур ярҙам булып тора. 5 миллиард һум күләмендәге был аҡса  балалар баҡсалары, мәктәптәр һәм башҡа объекттар ъ төҙөүгә тотонола».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика