Башҡортостан халҡы йылдағыса һайлауҙа ихлас ҡатнаша 14.09.2014

Бигерәк тә ауыл ерендә тауыш биреүселәр әүҙемлек күрһәтә. Мөһим сәйәси кампания төбәктәрҙә күтәренке кәйефтә үтә.

Иглин районында ла һайлаусылар әүҙемлек күрһәтә. Тауыш биреүселәрҙең күбеһе гражданлыҡ бурысын көндөҙгө сәғәттәргә үк үтәп  өлгөрҙө. Бигерәк тә Балтика, Турбаҫлы, Майское һәм Сыуаш-Ҡыбау ауыл биләмәләре халҡы һайлауҙа әүҙем ҡатнаша. Көндөң тәүге яртыһында бында йәшәүселәрҙең 70 процентҡа яҡыны  тауыш бирҙе. Сәйәси ваҡиғаға олоһо ла, кесеһе лә  яуаплы ҡарай.
Баймаҡ районында ла һайлау әүҙем башланды. Быға әбейҙәр сыуағы  ла  булышлыҡ итте. Һайлау участкаларында концерттар ойошторолдо, йәрминкә, буфеттар эшләне. Үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәүселәрҙең кәйефе күтәренке, байрамса. Районда 40 меңдән ашыу һайлаусы иҫәпләнә, 80 һайлау участкаһы эшләй. Уларҙың 8-ҙе Баймаҡ ҡалаһында урынлашҡан. Баймаҡ лицей-интернатындағы 1000-се һайлау участкаһында 1250 һайлаусы. Белем усағы коллективы тарафынан ойошторолған концерт тауыш биреүселәрҙе ҡыуандырҙы.
Күрше Әбйәлил районында быйыл тәүге тапҡыр бюллетендәрҙе комплекслы эшкәртеү ҡоролмаһы ҡулланылды. Төбәктә һайлаусылар өсөн бай йөкмәткеле концерт программаһы әҙерләнде. Һайлауҙа  йәштәр ҙә, ололарҙа әүҙемлек күрһәтте.
Саҡмағош районында Берҙәм тауыш биреү көнөндә 55 һайлау участкаһы эшләй. Уларҙың һәр ҡайһыһында һайлаусылар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Участкаларҙа сауҙа нөктәләре лә эшләй. Сәйәси сара барышында саҡмағоштар  бер нисә йылдан тауыш бирәсәк йәш быуын  тураһында ла хәстәрлек күрә. Ошоно иҫәпкә алып, Иҫке Ҡалмаш мәктәбенең «Йәш һайлаусы» клубы ағзалары сәйәси кампания менән ғәмәлдә танышты. Ә инде тәү тапҡыр гражданлыҡ бурыстарын үтәүсе 8 кешегә ҡотлау хаттары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.  
Тауыш биреү бөгөн дауылдан зыян күргән Яңауыл районында ла үтә. Конигов ауылында әле емерелгән йорттарҙың ҡыйыҡтары төҙөкләндерелгән, эш дауам итә. Шулай ҙа халыҡ һайлауҙа ҡатнашыу өсөн ваҡыт таба. Яңауылда иртәнге сәғәт 8-ҙә 48 һайлау участкаһы асылды. Уларҙың - 15-е ҡалала, ҡалған 33-ө - ауыл ерендә. Өсәүһендә бюллетендәрҙе комплекслы эшкәртеү ҡоролмаһы урынлаштырылған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика