Башҡортостан Хөкүмәте Президиумында халыҡҡа йортта социаль хеҙмәт күрһәтеү өлкәһендә эшләүсе коммерцияға ҡарамаған  ойошмаларға дәүләт субсидиялары бүлеү тәртибе өлкәһендә үҙгәрештәр раҫланды 16.08.2016

Әлеге ваҡытта төбәктә ошондай 59 предприятие эшләй. Уларҙы финанслауға республика ҡаҙнаһынан 460 миллион һум аҡса бүленгән. Республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, йортта хеҙмәтләндереү социаль эшҡыуарҙарға йөкмәтелеү менән эш сифаты күҙгә күренеп яҡшырған , ялыуҙар ҙа кәмегән.

Ленара Иванова, Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры: «Яңы шарттарҙа беҙ халыҡҡа социаль хеҙмәт төрҙәрен осһоҙораҡ хаҡҡа күрһәтәбеҙ. Һөҙөмтәлә элегерәк был өлкәлә ҡыйбатыраҡ хаҡҡа эшләүсе фирмалар  уларҙы түбәнәйтергә мәжбүр. Шулай итеп хеҙмәтләндереү хаҡы арзаная, ә сифаты яҡшыра бара».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика