Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһында Берҙәм тауыш биреү көнө йомғаҡтарын барлау иртәнгә тиклем дауам итте 15.09.2014

Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы Ләйсән Ғарипованың әйтеүенсә, иртәнге етегә протоколдарҙың 77 проценттан ашыуы эшкәртелгән. Ошо ваҡытҡа территориаль һайлау комиссияларынан 36 протокол килгән.   

Алдан әйтеп үтелгәнсә, тәүгеләрҙән булып үҙ протоколдарын Кушнарен һәм Ауырғазы районы вәкилдәре тапшырған. Башҡалары әлегә килеп етмәһә лә, улар буйынса тулы мәғлүмәт бар. Бары тик бөтә һандарҙы ла дөйөм таблицаға тултыраһы ҡалған. Дөйөм алғанда, республика буйынса 75 проценттан ашыу халыҡ һайлауҙарҙа ҡатнашты. Күп төбәктәрҙә иһә был процент тағы ла юғарыраҡ.

Гөлнара Бикташева, Мәсетле районының территориаль һайлау комиссияһы рәйесе : «Мәсетле районында һайлауҙар ойошҡанлы, бик әүҙем уҙҙы. Исемлеккә ингән һайлаусыларҙың 93 проценты тауыш бирҙе. Әлбиттә, һәр кандидат үҙ тауышын алды. Ләкин Мәсетле районы буйынса күпселек тауыш менән Рөстәм Хәмитов үтте».


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика