Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһын артабан да Хәйҙәр Вәлиев етәкләйәсәк 27.06.2017

Бөгөнгө тәүге ултырышта  комиссия ағзалары уның кандидатураһын бер тауыштан хупланы. Комиссияла барлығы 12 кеше, ҡануниәткә ярашлы,  составтағы кандидатураларҙың  яртыһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай, яртыһы Башҡортостан  башлығы тарафынан тәғәйенләнгән.

Улар сәйәси фирҡәләр, муниципаль берәмектәр, Рәсәй һәм Башҡортостан  Үҙәк һайлау комиссияларының тәҡдимдәренә ярашлы  һайланған. Бөгөн яңы состав йәшерен тауыш биреү юлы менән  рәйес һайланы, киләһе биш йылда  Республиканың һайлау комиссияһына  ошоға тиклем дә  рәйес булып эшләгән Хәйҙәр Вәлиев етәкселек итәсәк. Ултырышта рәйес урынбаҫары менән секретарь ҙа һайланды.  Яңы состав алдында мөһим бурыстар тора. Быйыл көҙ Белорет һәм Бөрө ҡалалары, Өфө районының Йоматау ауыл советтарына депутаттар һайлана. Шулай уҡ Ағиҙел ҡалаһында өҫтәмә һайлауҙар үтә. 2018 йылда Рәсәй Президентын һайлау компанияһы ла етди әҙерлек талап итә, тине Хәйҙәр Вәлиев.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика