Башҡортостан делегацияһы эш сәфәре менән Ҡытайҙа булды

Башҡортостан делегацияһы эш сәфәре менән Ҡытайҙа булды 22.06.2017

Яҡташтарыбыҙ Аньхой провинцияһында эшлекле осрашыуҙарҙа ҡатнашты, тиҫтәгә яҡын хеҙмәттәшлек килешеүенә ҡул ҡуйҙы. Төрлө  министрлыҡ-ведомство, учреждение етәкселәренән торған делегацияны Хөкүмәт Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов етәкләне.

Хеҙмәттәшлек «Волга-Янцзы» проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла. Ул ике дәүләттең оло йылғалары буйында урынлашҡан төбәктәр араһында бәйләнештәрҙе нығытыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Проектта Ҡытайҙан 6 провинция, Рәсәйҙән Волга буйы федераль округы субьекттары ҡатнаша. Ике яҡ араһында барлығы 100-ҙән ашыу хеҙмәттәшлек килешеүенә ҡул ҡуйылған. Әйтергә кәрәк, был тәңгәлдә Башҡортостан лидер, бәйләнештәрҙе урынлаштырыу буйынса ла, тормошҡа ашырыуҙа ла. Был юлы ла тиҫтәгә яҡын килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Артур Шәйнуров, Башҡортостандың Рәсәй президенты эргәһендәге тулы хоҡуҡлы вәкиле, республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары: «Уларҙың дүртәүһе Хөкүмәт-ара килешеүҙәр, ҡалғандары бер йүнәлештә эшләгән министрлыҡ-ведомстволар, учреждениелар араһында. Документтар ике яҡ араһындағы бәйләнештәрҙе киңәйтеү буйынса яңы мөмкинлекитәр асырға тейеш. Был сәфәрҙә белем биреү системаһы вәкилдәре әүҙемлек күрһәтте, бик мөһим һәм дөрөҫ аҙым тип әйтер инем».
Хеҙмәттәшлеккә белем биреү учреждениеларының ҡушылыуы бик урынлы. Сөнки бөгөн ике яҡ араһындағы мөнсәбәттәрҙе нығытыу өсөн бизнестың әүҙемлеге кәрәк, беҙгә Ҡытай инвесторҙарын йәлеп итеү мотлаҡ. Әммә  был тәңгәлдә эшҡыуарлыҡ өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуҙан тыш, тел, тәржемә проблемаһы ла хәл ителергә тейеш. Ҡытайҙар тағы бер факторҙы ла билдәләй, ҡануниәт, уның үҙенсәлектәре хаҡында мәғлүмәт әҙ. Әммә был мәсьәләләр киләсәктә хәл ителер тип көтөлә. Башҡорт дәүләт университетында Рәсәй-Ҡытай дуҫлығы үҙәге асылған, йәштәр айырым йыһазландырылған аудиторияла эшләй башлай. Унда йәш эшҡыуарҙар менән дә, студенттар менән дә эш алып барыласаҡ.
Николай  Морозкин, Башҡорт дәүләт университеты ректоры: «Беҙ хеҙмәттәшлек килешеүҙәренә ҡул ҡуйҙыҡ, үҙәк асасаҡбыҙ. Хеҙмәтәшлекте тейешле кимәлгән сығарыу өсөн  ике дәүләттең дә телен, иҡтисадын, ҡануниәтен төплө белгән йәш көстәр кәрәк. Шул ваҡытта ғына  ҡул ҡуйылған килешеүҙәр тулы ҡеүәтенә эшләй башлаясаҡ».
Ә бына башҡаланың Горький исемендәге 3-сө һанлы гимназияһы хәҙер Аньхой университеты эргәһендәге башланғыс мәктәп менән хеҙмәттәшлек итәсәк, ике араһында килешеүгә ҡул ҡуйылған. Белем усағы Хэфэйҙа урынлашҡан, был ҡала бик яңы һәм иң  һуңҫы төҙөлөш технологяилары буйынса төҙөлгән. Мәғариф учреждениеһы ла заманса йыһазландырылған, әлбиттә кимәл бик юғары, әммә белем балыу бик ҡиммәткә төшә, ата-әсәләр өсөн иғәнәләр бик юғары.  
Юлия Вяткина, Өфөнөң М. Горький исемендәге 3-сө  гимназияһы директоры: «Белем биреү системаһы айырыла, әле Ҡытайҙа  каникул башланмаған,  уҡыусылар бер класта ғына белем ала, педагог үҙе классҡа килә. Әгәр бала  сәбәпһеҙгә 12 дәрес ҡалдыра икән мәктәптән ҡыуыла. Лидер тәрбиәләү мәсьәләһе ныҡ ҡуйылған, һәр бер уҡыусы алдынғы булырға тейеш. Уҡыуҙамы, спорттамы, йыр-бейеүҙәме, фәнни эштәрҙәме, уныһы мөһим түгел. Беҙ уларҙың уларҙың иң яҡшы методик алымдарын үҙебеҙҙә лә ҡулланасаҡбыҙ. Килешеүгә ярашлы телде өйрәнеү, уҡыусылар менән алмашыу, онлайн-конференциялар ойоштороу  ҡарала».
Ҡытайға эш сәфәре бер аҙнаға яҡын дауам итте, уның сиктәрендә шулай уҡ ауыл хужалығы, мәҙәниәт өлкәһендә  хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре барланды. Был килешеүҙәр ике яҡ араһындағы бәйләнештәрҙе тағы киңәйтер тип көтөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика