Башҡортостан былтырғы социаль-иҡтисади үҫеш һөҙөмтәләре буйынса «Рейтинг» агентлығы уҙғарған тикшеренеүҙә Рәсәйҙең иң яҡшы ун төбәге иҫәбенә инде

Башҡортостан былтырғы социаль-иҡтисади үҫеш һөҙөмтәләре буйынса «Рейтинг» агентлығы уҙғарған тикшеренеүҙә Рәсәйҙең иң яҡшы ун төбәге иҫәбенә инде 01.06.2017

Ошо уҡ агентлыҡ 2014-2015 йылдарҙа үткәргән рейтингта республика 10-сы торһа, хәҙер ул 8-се баҫҡысҡа күтәрелгән. Төбәктәр рейтингы иҡтисад күләме, уның һөҙөмтәлелеге, шулай уҡ бюджет һәм социаль өлкә күрһәткестәренән сығып төҙөлгән.

Килтерелгән мәғлүмәттәр буйынса, былтыр республикала тауар етештереү һәм хеҙмәттәр  күрһәтеү күләме 1870,67 миллиард һумға еткән. Тупланма бюджет 195, 17 миллиард һум тәшкил итеп,  9,8 процентҡа үҫкән. Иҡтисадта мәшғүлдәр иҫәбе  1 миллион 895 мең  кешегә артҡан. Йән башына  - тупланма ҡаҙна табышы -  47, 97 мең һумдан ашып, төп капиталға инвестициялар  88,71 мең һумға барып баҫҡан. Табыш менән эшләүсе предприятиелар дөйөм күләмдең  79,5 процентын биләй.  
Социаль өлкәлә лә һәйбәт күрһәткестәргә ирешелгән. Халыҡтың табыш күләме билдәләнгән ҡулланыу тауарҙары һәм хеҙмәттәр күрһәтеү пакетынан  2,2 проценҡа юғары булыуын күрһәтә. Эшһеҙлек кимәле - 5,8 процент.  Республикала уртаса ғүмер оҙонлоғо 71 йәшкә тиңләшкән. Балалар үлеме 6 процентҡа тиклем түбәнәйгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика