Башҡортостан башлығының көньяҡ райондарға сәфәре дауам итә 02.04.2016

Бөгөн Рөстәм Хәмитов Йылайыр һәм Ейәнсура райондарында булды. Төбәктә ул яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек һәм социаль объекттар эшмәкәрлеген менән ҡыҙыҡһынды.

Йөҙ тапҡыр ишеткәнсе берҙе күреү күпкә емешлерәк.  Хәҡиҡәт белем биреүҙә лә көнүҙәк, айырыуса был техник һөнәргә уҡытыуға ҡағыла. Йылайырҙың агроинженерия  колледжы студенттары профессияһын еренә еткереп үҙләштерә алһын өсөн кластарҙа техника өлгөләре ҡулланыла. Уҡытыу процесы юғары кимәлдә булғанға ла йәштәр тап бында килә.
«Ҡайынҡай» балалар баҡсаһы ла заман менән бергә атлай. Бында кескәйҙәрҙе донъя менән таныштырыу, уларҙың зиһенен үҫтереү өсөн планшеттар ҡулланыла. Махсус программа мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың һәләттәрен асыҡлауға ла булыша, белем алыу уйын формаһында ойошторолған. Учреждение нигеҙендә балалар баҡсаһында электрон белем биреүҙең пилот проектын булдырыу мөмкинлеге ҡарала.
Эш сәфәре сиктәрендә Рөстәм Хәмитов урал аръяғының ауыл хужалығы предприятиелары эшен дә тикшерҙе. Ундайҙарҙың береһе йылайыр районының «Баканов» крәҫтиән фермер хужалығы. предприятие малсылыҡ һәм үҫемселек менән көн итә. Тәү башлап грант аҡсаһына 26 башҡорт тоҡомло ат һатып
алына, әле йылҡы башы 150нән ашҡан. Үткән йыл хужалыҡ 5 тонна ит, 150 тоннанан ашыу һоло етештергән. Алдағы пландарҙа мал башын 300гә еткереү. Хужалыҡ шулай уҡ агротуризм йүнәлешен үҙләштерергә лә иҫәп тота. Ә бына райондың ағас етештереүселәре 2011 йылдан союзға берләшкән. Ойошмаға бер унитар дәүләт предприятиеһы һәм 11 шәхси эшҡыуар ингән. Продукция исемлеге лә киң, бында буралар, умарталар, күмер, тәҙрә рамдары етештерелә. Күмәкләгән яу ҡайтарған тигәндәй, хәҙер ағас эшкәртеүселәр мәсьәләләрен бергә хәл итә, берләшеп улар мәҫәлән 55 мең гектар урманды 49 йылға ҡуртымға алған. Былтыр берекмә 11 миллион һумдан ашыу аҡса эшләгән.
Ейәнсура районы яҡын киләсәктә республиканы ғына түгел, күрше төбәктәрҙе лә тоҡомло мал менән тәьмин итергә әҙер. Бындағы «Маяҡ» хужалығы быйыл тоҡом репродукторы статусын алған, ул 2012 йылдан бирле муниципаль программа сиктәрендә владимир тоҡомло һарыҡтар үрсетә.
Төбәк етәксеһенең эш сәфәре халыҡ менән осрашыуһыҙ ҙа үтмәне. Юлдыбайҙа йәшәүселәр мәҫәлән ауылда янғын депоһы булдырыу тәҡдимен күтәреп сыҡты. Бының өсөн бина ла, техника ла бар. Утҡа ҡаршы көрәшеүселәр бүлексәһе күршеләге 4-5 ауылды ла хеҙмәтләндерер тип көтөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика