Башҡортостан башлығына Ҡырымдан йылы бүләк 08.07.2017

Белогорск районы Богатое ауылында социаль объекттар эшмәкәрлеге менән танышҡан ваҡытта ошо  ауылда йәшәүсе ханым, Рөстәм Хәмитовҡа шефлыҡҡа алынған районда  инфраструктураны тергеҙеүгә күрһәтелгән ярҙамы өсөн тәрән рәхмәт һүҙҙәрен еткреп, үҙ ҡулдары менән бәйләгән ойоҡбаш бүләк итте.

Башҡортостан башлығы район мәҙәниәт йортон ҡарап сыҡты. 2014 йылда республика ҡаҙнаһынан бүленгән аҡсаға уның ҡыйығы  яңыртылған, пластик тәҙрә һәм ишектәр ҡуйылған. Ошондай уҡ эштәр Богатое ауылындағы урта мәктәптә лә үткән. Рөстәм Хәмитов торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына социаль учреждениены артабан  төҙөкләндереү  буйынса ла саралар күрергә ҡушты
Ҡырымдың министрҙар советы рәйесе Сергей Аксенов менән бергә Рөстәм Хәмитов "Рәсәйгә Ант"  төбәк-ара конференцияһы эшендә лә ҡатнашты. Ҡырым менән Башҡортостанды элек-электән ныҡлы тарихи-мәҙәни бәйләнештәр бәйләй. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яҡташтарыбыҙ ярымутрауҙы фашист илбаҫарҙарынан азат итеү өсөн ҡан ҡойған. Был тарафтарҙа  уларҙың ҡаһарманлығы тураһында иҫтәлектәр ҡәҙерләп һаҡлана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика